11:09 (UTC+5), 27 Август 2013

Республика Президенты Дүртөйлө ҡалаһының социаль объекттарын ҡараны

Эльвира Латипова, Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө ҡалаһының 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә булды. Бында спорт йүнәлеше әүҙем үҫтерелә, атап әйткәндә, күп уҡыусылар каратэ буйынса ҙур уңыштарға өлгәшә.
Республика Президенты информатика кабинетында булды. Асыҡланыуынса, бында интернет тиҙлеге үтә түбән. Шул уҡ ваҡытта мәктәпте техник яҡтан йыһазландырыу саралары күрелә. Былтыр, мәҫәлән, учреждение 25 ноутбук һатып алған. Бынан тыш, учреждениела интерактив таҡталар бар, бөтә уҡытыусылар ҙа яңы техника менән эшләргә өйрәнгән.
Уҡыу йортонда шулай уҡ дауалау-сәләмәтләндереү үҙәге эшләй.
Мәктәп бинаһы 1987 йылда төҙөлгән. Шул ваҡыттан алып бында бер тапҡыр ҙа тәҙрәләр алыштырылмаған. Иң мөһиме – ҡыйыҡтан һыу үтә. Уны алыштырыу өсөн 10 миллион һум аҡса кәрәк. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне кисектермәҫтән хәл итеү кәрәклеген билдәләне.
Мәктәп янында спорт майҙаны бар, унда волейбол, баскетбол, футбол майҙансыҡтары урынлашҡан. Объекттарҙың сифатын баһалап, республика Президенты заманса япмалы яҡшы спорт майҙансыҡтарын булдырырға ҡушты.
Шулай уҡ эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһында булды. Бында 100 кеше, шул иҫәптән 23 табип эшләй. Невролог, хирург, окулист, психиатр, нарколог, дерматолог, отоларинголог, фтизиатр кабинеттары эшләй. Табиптарҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 37 мең һум тәшкил итә.
Медицина учреждениеһы торлаҡ йорттоң тәүге ике ҡатында урынлашҡан. Айырым бина төҙөү мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән. Поликлиника 13 меңгә яҡын баланы хеҙмәтләндерә, һәр участкала – яҡынса 850-шәр бала. Нормативтарға ярашлы, бының сама пациенттар өсөн 3000 квадрат метр майҙан кәрәк. Поликлиниканың майҙаны иһә 870 квадрат метр тәшкил итә. Ошо арҡала күп ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Бынан тыш, учреждение аҫҡы ҡаттарҙа урынлашҡанға күрә, поликлиниканы йыш ҡына һыу баҫа, ҡорамалдар, документтар эштән сыға.
Яңы бина төҙөү мәсьәләһе хәл ителмәһә лә, уны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Башҡортостан Президенты был хәлде үҙгәртеү кәрәклеге хаҡында әйтте.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика