06:28 (UTC+5), 26 Август 2013

Рөстәм Хәмитов «Башавтотранс» предприятиеһының Учалы филиалына яңы автобустарҙан асҡыстар тапшырҙы

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Учалы районына эш сәфәре сиктәрендә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының Учалылағы бүлексәһенә дүрт яңы автобустан асҡыстар тапшырҙы. Сара Учалының үҙәк майҙанында үтте.
— Был мөһим ваҡиға булып тора. Яңы техника «Башавтотранс» предприятиеһының алдынғы бүлексәләренең береһенә тапшырыла, - тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ артабан да «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһын яҡшы техника менән тәьмин итеп нығытасаҡбыҙ. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн, маршруттар селтәрен үҫтереү өҫтөндә уйлаясаҡбыҙ.
Шулай уҡ Президент «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Учалы тау-машина эшләү альянсы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яңы махсус техникаһын ҡараны. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов тәҡдим ителгән машиналар – ауҙармалы машиналар, бульдозерҙар, быраулау ҡоролмалары, тейәгестәр тураһына һөйләне. Бөгөнгө көндә предприятие Урал тау-металлургия компанияһы өсөн алдынғы сеймал етештереүсе, шулай уҡ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә баҡыр һәм цинк концентраттары етештереү буйынса иң ҙур предприятиеларҙың береһе булып тора. Яңы техника «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлексәләренә 2013 йылға һатып алыуҙар программаһына ярашлы поставкалана башланы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика