04:30 (UTC+5), 23 Августа 2013

Рөстәм Хәмитов Федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау һәм Һамар өлкәләре буйынса сик буйы идаралығы начальнигы менән осрашты

Ольга Мортазина
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Һамар һәм Һарытау өлкәләре буйынса сик буйы идаралығы начальнигы Сергей Митюшин менән осрашты. Сергей Митюшин был вазифаға 2013 йылдың 11 июлендә тәғәйенләнде. Уның ҡарамағында булған бүлексә республикала урынлашҡан. Осрашыу барышында «Өфө» халыҡ-ара аэропортында терминал һәм дәүләт сиге аша үткәреү пункты төҙөү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр итте генерал-майор Митюшин.
— Беҙ республика Президенты менән таныштыҡ һәм аралашыу барышында бергә хәл итәһе мәсьәләләр тураһында һөйләштек. Тәү сиратта, был аэропортты реконструкциялау. Яңыртыу эштәре бөгөнгө көндә башланып тора һәм 2015 йылға тейешле сараларға (ШОС һәм БРИКС саммиттарына) тамамланырға тейеш. Беҙҙең хеҙмәт йәһәтенән килеп тыуған мәсьәләләрҙе конструктив, һөҙөмтәле һәм ваҡытында хәл итеү тураһында һөйләшеп килештек. Республика етәксеһе бөгөнгө көндә сик һаҡсыларын борсоған мәсьәләләр хаҡында һорашты. Киҫкен проблемалар юҡ. Башҡортостан етәкселеге менән үҙ-ара аңлашып, артабан бергә эшләмәксебеҙ, - тине Сергей Митюшин.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика