05:08 (UTC+5), 22 Август 2013

Башҡортостан Президенты Invest AD компанияһының генераль директоры менән осрашты

Сергей Захаров
21 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Берләшкән Ғәрәб Әмирлектәренән Invest AD компанияһының генераль директоры Назем Фавваз Аль-Кудси менән осрашты. Сарала төрлө өлкәләрҙә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
— Һеҙ етәкләгән фонд эшмәкәрлеге менән танышбыҙ. Әлбиттә, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән ресурстар йәлеп итеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе ойошторорға теләр инек, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙе инвестициялар, шулай уҡ төрлө фондар булдырыу ҙа ҡыҙыҡһындыра. Бергәләп эш итеү механизмдарын һәм формаларын тикшерергә мөмкин. Һеҙҙең фондтың Рәсәй Һаҡлыҡ банкы менән стратегик партнер булыуын беләм. Был йәһәттән дә хеҙмәттәшлек итеү варианттары бар. Бергәләп эш итеү өсөн бер нисә проект тәҡдим итә алабыҙ, - тине республика Президенты.
— Һеҙҙең республикаға, Рәсәйгә килеүебеҙгә шатбыҙ. Күп кенә коллегаларыбыҙ тап һеҙҙең республикаға барырға кәңәш итте. Хеҙмәттәшлек итеү өсөн төрлө варианттарҙы ла ҡараясаҡбыҙ. – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Аль-Кудси әфәнде.
Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау һәм туризм өлкәләрендә бергәләп эш итеү мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр итте Invest AD компанияһының генераль директоры журналстар менән аралашыу барышында.
— Республикалағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының үҫешкән инфраструктураһына, Башҡортостанда булған тәжрибәгә айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙек. Башҡортостандың агросәнәғәт өлкәһендә ҙур мөмкинлектәре бар. Беҙ әлеге ваҡытта республикала тормошҡа ашырылған проекттар менән танышып сыҡтыҡ. Ҡайһы берәүҙәрендә ҡатнашырға, уларҙы тормошҡа ашырырға әҙербеҙ, - тип белдерҙе Invest AD компанияһы етәксеһе.
Осрашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика