05:36 (UTC+5), 21 Август 2013

Рөстәм Хәмитов: «Тармаҡ фәнен тергеҙмәй тороп, артабанғы үҫеш мөмкин түгел»

Людмила Терновая
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, төбәктә тармаҡ фәнен тергеҙеү зарур. Һүҙ, тәү сиратта, заводтарҙа, предприятиеларҙа ғилми-тикшеренеү үҙәктәрен булдырыу практикаһына әйләнеп ҡайтыу тураһында бара. Был хаҡта республика башлығының Күмертау ҡалаһы активы менән осрашыуында әйтелде.
— Һуңғы 20 йыл эсендә илдә булған барлыҡ үҙгәрештәр арҡаһында күп ыңғай тәжрибәне, шул иҫәптән тармаҡ фәнен юғалттыҡ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Тармаҡ фәнен тергеҙмәй, заводтарҙа ғилми-тикшеренеү лабораторияларын булдырмай тороп, артабанғы үҫеш мөмкин түгел, тип иҫәпләйем. Донъя кимәлендәге ыңғай тәжрибә беҙгә яҡшы таныш. Күрәһең, ғилми үҙәктәр булдырыу – перспективалы йүнәлеш. Предприятиеларҙа, шул иҫәптән Күмертау авиация предприятиеһында тикшеренеү үҙәктәрен тергеҙергә әҙермен. Бәлки, республика бюджетынан тикшеренеү эшмәкәрлегенә средстволар бүлеү тураһында уйларға кәрәктер.
Президент предприятие етәкселәренә был йүнәлештә әүҙем эшләргә тәҡдим итте.
— Тикшеренеү йүнәлешенә аҡса бүлә башлаһағыҙ, эштәрегеҙ күпкә яҡшыраҡ барыр. Бындай маҡсаттарға аҡса йәлләргә ярамай, - тине республика етәксеһе.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика