Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Август 2013, 11:04

Күмертауҙа тимер юл аша юл үткәргес төҙөлә башлаясаҡ

Күмертауҙа киләһе йылда тимер юл аша юл үткәргес төҙөлә башлаясаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡала активы менән осрашыуҙа хәбәр итте.
— Проектлау эштәре тамамлана, бының менән Ырымбурҙан килгән белгестәр шөғөлләнә, - тип хәбәр итте республика Президенты. – Быйыл был маҡсаттарға өс миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Алдағы йылда юл үткәргес төҙөлә башлаясаҡ, тип ышанам. Эштәрҙе тамамлау өсөн күпме ваҡыт кәрәклеген конкурста еңгән подрядсы билдәләйәсәк. Төҙөлөш эштәренә яҡынса йөҙ миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта республика бюджетынан яҡынса 60 миллион һум бүленеүе ихтимал. Беҙҙең өсөн был мәсьәлә үтәй алмаҫлыҡ түгел, был эште башҡарасаҡбыҙ.
Автор:Людмила Терновая
Читайте нас: