Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Күмертау ҡалаһы активы менән осрашҡандан һуң (республика башлығының был осрашыуҙағы сығышының стенограммаһы менән БР Президентының
рәсми сайтында танышырға мөмкин), урындағы блогер Ришат Исламшиндың инициативаһы буйынса Көйөргәҙе районы Шабағыш дөйөм белем биреү мәктәбендә урынлашҡан А.С.Пушкин исемендәге музейҙа булды.