08:23 (UTC+5), 21 Август 2013

Баш ҡалала «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталышы янында яңы ер аҫты үткәүеле асылды

Розалия Вәлиева
21 августа Өфөнөң Октябрь проспектындағы «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталышы янында йәйәүлеләр өсөн яңы ер аҫты үткәүеле асылды. Объектты асыу тантанаһында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Төҙөлөш эштәре 2012 йылдың июлендә башланды. Үткәүелдең киңлеге – алты метр, оҙонлоғо 49 метр тәшкил итә. Уның менән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә файҙалана аласаҡ – бында алдағы ваҡытта күтәрелмәле платформалар ҡуйыласаҡ, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған.
Объекттың смета буйынса хаҡы 40 миллион һум тәшкил итте, төҙөлөш эштәре һәм кәрәкле материалдар тулыһынса республика бюджетынан финансланды. Бөгөнгө көндә средстволар тулыһынса файҙаланылған.
— Эштәрҙе бер ай алдан тамамланыҡ, - тип хәбәр итте Өфө хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралығы начальнигы Асҡар Фәйзуллин. - «Дан бульвары» туҡталышы янында йәнә бер ер аҫты үткәүелен төҙөү тамамланып килә, уны сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Яңы үткәүелдә тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов булды. Объектты ҡарағандан һуң, ул төҙөүселәргә инвалид коляскалары төшөп менә торған урындарҙы ата-әсәләргә балалар коляскалары менән үтеп йөрөү өсөн дә уңайлы итеп эшләргә кәңәш итте.
— Балалар коляскалары өсөн был төшөү урындары үтә киң, - тине Рөстәм Хәмитов. – Ер аҫты үткәүеле менән балалы әсәләр ҙә файҙалана алһын өсөн, махсус ҡорамалдарҙы аҙағынаса эшләп бөтөргә кәрәк.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика