06:16 (UTC+5), 19 Августа 2013

Межгорье ҡалаһы халҡын тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре борсой

Розалия Вәлиева
16 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика райондары буйлап эш сәфәре барышында Межгорье ҡалаһы халҡы менән осрашты. Унда ҡаланың көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Асыҡланыуынса, Межгорье халҡын тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләләр борсой.
Шулай итеп, граждандар дөйөм йорт счетчиктарын урынлаштырыу тәртибе, коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың артыуы, эҫе һыуҙың булмауы тураһында һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ осрашыуҙа ҡатнашыусылар пенсия түләү, федераль үҙәктән финанслау мәсьәләләре, моноҡалаларҙы үҫтереү программаһының тормошҡа ашырылыуы тураһында һорашты. Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлын төҙөү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡтан Магнитогорскиға тиклем һуҙыласаҡ юл төҙөлә башлаған. Быйыл барлыҡ конкурс процедураларын тамамлау планлаштырыла. Трасса ҡиммәткә төшәсәк һәм ул бер-ике йыл эсендә генә төҙөлөп бөтмәйәсәк. Төҙөлөш эштәре 2020 йылға тиклем дауам итәсәк, тип көтөлә. Был пландарҙы тормошҡа ашырыуға өс миллиард һумға яҡын аҡса кәрәк буласаҡ. Был бик ҙур сумма. Йыл һайын 400-600-шәр милион һум аҡса һалып, дүрт-биш йыл эсендә был юлды төҙөп бөтөргә тейешбеҙ, тип билдәләне республика етәксеһе. Ошо рәүешле Урал һырты аша үтеү нисәмә быуындың хыялы ине, һәм был бурысты үтәй алырбыҙ, тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
— Бер сәғәт эсендә ҡала урамдары буйлап йөрөп, мәктәпте, спорт объекттарын, урамдарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Межгорьены төҙөкләндереү өлкәһендәге ҡаҙаныштарығыҙҙы баһаланыҡ. Һәм архитектура, объекттарҙың йыһазландырылыуы йәһәтенән 25-30 йылға артҡа әйләнеп ҡайтҡан һымаҡ булдым. Ҡаланы төҙөкләндереү йәһәтенән яңы, заманса объекттар, спорт майҙансыҡтары төҙөлһөн өсөн, һеҙҙең муниципалитет, етәкселек менән бергә барһын да эшләргә тейешбеҙ. Мәктәп биләмәләре лә бөтөнләй башҡаса тәрбиә талап итә. Бында ҡала халҡының ғәйебе юҡ. Шуға күрә ҡала власы, муниципалитет менән яңыса хеҙмәттәшлек итә башлайбыҙ.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, объекттар төҙөүгә, биләмәне төҙөкләндереүгә республика ресурстарын йүнәлтеү өҫтөндә уйларға кәрәк. Ҡаланың статусы ябыҡ административ-территориаль берәмек булғанлыҡтан, был мәсьәләләр хәл ителмәгән әле.
Рөстәм Хәмитов ҡала халҡының тормошон яҡшырыту өсөн ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндән башлап эштәрҙе ойоштороу, ярҙам итеү йәһәтенән мөнәсәбәттәрҙе яңыса ҡороу зарур.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика