10:17 (UTC+5), 16 Августа 2013

Төбәктә ирекмән статусын билдәләргә тәҡдим иттеләр

Людмила Терновая
Башҡортостанда законлы нигеҙҙә ирекмән статусын билдәләргә тәҡдим иттеләр. Ирекмәндәр хәрәкәтенә ярҙам итеү кәрәклеге тураһында республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуында әйтелде.
— Республикала яҡшы, ыңғай тәжрибә тупланды, ирекмәндәр яҡшы эш күрһәтте, - тип билдәләне БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Наталья Солодилова. – Әммә бөгөн волонтерлыҡ институты бик үк әүҙем үҫтерелмәй, тиергә була. Был әлегә тиклем ирекмән статусының булмауына бәйле. Мәсьәләне хәл итеп, әлеге категория кешеләрен гарантиялар менән тәьмин итә алыр инек. Был мәсьәләне ентекле тикшереү һәм хоҡуҡи нормалар менән нығытыу зарур.
— Ирекмәндәрҙең яҡшы эш алып барыуы менән килешәм, - тине Рөстәм Хәмитов. – Бәлки, ысынлап та, уларҙың статусын билдәләгән документ кәрәктер. Беҙҙә йәштәрҙе берләштергән идеялар күп түгел. Ә волонтерлыҡ бындай яҡшы йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
Ирекмәндәр хәрәкәте буйынса мәсьәлә әлеге ваҡытта Рәсәй кимәлендә лә тикшерелә. Көҙгө сессияла Дәүләт Думаһында «Волонтерлыҡ тураһында»ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа тикшереү планлаштырыла. Документ ирекмәндәр эшмәкәрлегенең төп принциптарын һәм төрҙәрен, уның маҡсаттарын һәм бурыстарын, тормошҡа ашырыу формаларын һәм тәртибен, шулай уҡ ирекмәндәр хәрәкәтенә ярҙам сараларын билдәләй. Закон 2014 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк, тип көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика