07:03 (UTC+5), 15 Августа 2013

Төбәктә мәктәп уҡыусыларын бал менән тәьмин итеү буйынса программа әҙерләнәсәк

Людмила Терновая
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары Президенттың республика мәктәптәре уҡыусыларын бал менән тәьмин итеү буйынса программа әҙерләү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Бындай тәҡдим Рөстәм Хәмитовтың БР өсөнсө саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуында әйтеп ишеттерелде.
— Бөтә мәктәп уҡыусыларын бал менән тәьмин итеү тигән идеям бар, - тине Президент. – Ҡайһы бер балаларҙың балға аллергияһы бар, әммә был уҡыусыларҙың 10 процентына ғына ҡағыла. Ҡалған балалар бал ашай ала. Был проектты нисек тормошҡа ашырыу тураһында уйларға кәрәк. Быны хәйриә эшмәкәрлеге йәки маҡсатлы финанслау аша ғәмәлләштерергә була. Башланғыс мәктәптән башларға мөмкин.
Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Илгиз Кәлимуллин һөйләүенсә, Иглин районында умартасылар был мәсьәләне тикшергән дә инде.
— Районда был хаҡта фекер алыштыҡ. Мин, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы булараҡ, коллегаларыма мәктәптәр өҫтөнән шефлыҡ алырға тәҡдим итәм.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса был идеяны бер-ике район кимәлендә һынап ҡарарға тигән ҡарар ҡабул ителде. Уңышҡа өлгәшкән осраҡта, ул бөтә республика буйлап йәйелдереләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика