Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Август 2013, 17:29

Республика Президенты БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР өсөнсө саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты. Сарала БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Рәмил Бигнов, Палата аппараты етәксеһе Илдар Бикбаев ҡатнашты.
Башҡортостан Президенты Палата ағзаларын яңы составта эшләй башлауҙары менән ҡотланы.
— Палатаның яңы составы формалашыуы менән ҡотлайым, - тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең өсөн был айырыуса әһәмиәткә эйә – беҙгә Йәмәғәт палатаһының тағы ла йылдамыраҡ, замансараҡ эшләүе, йәмғиәт мәнфәғәттәренә йүнәлтелгән булыуы кәрәк. Беҙ, республика власы, эшегеҙ уңышлы булһын өсөн тырышасаҡбыҙ.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, йәмәғәтселек республика тормошонда әүҙемерәк ҡатнаша алһын өсөн палата эшмәкәрлегенә дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим.
— Йәмәғәтселектең идара итеүгә йәлеп ителгән булыуы мөһим, - тине Рөстәм Хәмитов. – Йәмәғәт палатаһы – төрлө структура етәкселәре конгломераты ғына түгел, ул, тәү сиратта, йәмғиәттә булған идеяларҙың күп төрлөлөгө. Бөгөн йәмғиәттәге белемгә, профессионализмға баҫым яһау мөһим. Ошо йәһәттән «краудсорсинг» төшөнсәһе популяр булып китте. Донъя үҙгәрҙе, һәм бөгөн, 2013 йылда, 10 йыл элек эш иткән һәм фекер йөрөткән кеүек йәшәргә ярамай. Ижтимағи процестар һәм йәмәғәт фекеренең формалашыуы башҡаса бара. Палата киҫкен мәсьәләләрҙе тикшерергә, ҡайһы бер осраҡтарҙа компромистар таба белергә тейеш.
— Йәмәғәт палатаһын ниндәй итеп күрергә теләйбеҙ – был хаҡта әйтеүе ауыр. Әммә шуныһы аныҡ билдәле: яңырыу, яңы алымдар, халыҡ менән эшләүҙең яңы формалары кәрәк, - тип белдерҙе республика башлығы. – Был йәһәттән интернет-берләшмә йәмәғәт ойошмалары, республика һәм ил өсөн партнер булып тора. Интернет үҙ мөхитен, ҙур көскә эйә булған структураларын булдыра. Беҙ был хаҡта иҫләргә һәм, әлбиттә, үҙ эшебеҙҙә ҡулланырға тейешбеҙ. Шуға күрә яңы эш итеү варианттарын эҙләргә тейешбеҙ.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре кеүек үк, ҙур пландар менән йәшәй. Был беҙҙең конкурентлыҡ шарттарында булыуыбыҙ хаҡында һөйләй. Һәм бында йәмғиәттең ярҙамы айырыуса мөһим.
— Был көрәштә иң көслө һәм ойошҡан төбәктәр еңәсәк. Беҙгә даими һәм күп эшләргә кәрәк. Йәмәғәт палатаһы республиканы үҫтереү юлдарын, яңы алымдар эҙләү йәһәтенән ярҙам итә алыр ине. Һеҙҙең ярҙамға өмөт итәм.
БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Рәмил Бигнов Президентҡа күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу мөмкинлеге биргәне өсөн рәхмәт әйтте.
— Ысынлап та, заман талаптары эште башҡаса алып барырға мәжбүр итә: яңы шарттарҙа йәмғиәт менән идара итеү механизмдары ла башҡаса. Йәмәғәт палатаһы ҙур мөмкинлектәргә эйә, тип уйлайым. Өсөнсө саҡырылышҡа һайланған кешеләрҙең эш тәжрибәһе ҙур. Уларҙың барыһы ла йәмғиәт именлеге өсөн эшләргә теләй.
Аралашыу барышында бер нисә тәҡдим әйтеп ишеттерелде. Палата ағзалары ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләр буйынса Президенттың фекерен белеште.
Автор:Людмила Терновая
Читайте нас: