10:44 (UTC+5), 13 Августа 2013

Республика Президенты Стәрлетамаҡта балалар баҡсаһын төҙөү барышын тикшерҙе

Эльвира Латипова,Розалия Вәлиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ буйлап эш сәфәре барышында төҙөлөп ятҡан «Өс капитан» балалар баҡсаһы бинаһын ҡараны.
Ике ҡатлы учреждение төҙөүгә 110 миллион һум аҡса тотонолған. Бинаның беренсе ҡатында төркөмдәр, кер йыуыу бүлмәһе, бассейн, медицина блогы һәм администрация кабинеты урынлашҡан. Икенсе ҡатта - физкультура һәм музыка залдары, педагог-психолог һәм логопед бүлмәләре, өҫтәмә белем биреү кабинеты. Балалар баҡсаһы 210 сабыйға иҫәпләнгән.
Өҫтәмә белем биреү учреждениеһы биләмәһендә, 12 уйын майҙансығынан тыш, ике физкультура майҙансығы бар.
Балалар баҡсаһы 2012 йылдың ғинуарында төҙөлә башлаған, яҡын арала уны асыу планлаштырылған. Әммә, республика Президентының визиты барышында асыҡланыуынса, бина балаларҙы ҡабул итергә әҙер түгел. Бында әле эшләнеп бөтмәгән эштәр байтаҡ.
— Һеҙ ферма түгел, ә балалар баҡсаһы төҙөйһөгөҙ, - тине республика башлығы, «Төҙөкләндереү» фирмаһы директоры Илһар Гусейновҡа мәрәжәғәт итеп. – Бындай насар төҙөлгән балалар баҡсаһын мин тәүгә күрәм. Беҙгә бындай сифат кәрәкмәй.
Президент подрядсыға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты, ә төҙөлөш комплексы етәкселегенә бындай социаль әһәмиәтле объекттарҙы намыҫлы эшләгән подрядсыларға тапшырырға кәңәш итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика