11:40 (UTC+5), 13 Августа 2013

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтағы ҡан тамырҙары үҙәгенең мөмкинлектәрен баһаланы

Эльвира Латипова,Розалия Вәлиева
Бөгөнгө эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһында урынлашҡан 3-сө төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә булды.
Ҡан тамырҙары үҙәге 2013 йылдың февралендә эшләй башлаған, уны төҙөүгә республика бюджетынан 400 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Февраль айынан башлап үҙәктә 60-тан ашыу операция эшләнгән.
Июлдән башлап үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләй. Клиника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, табиптар интернет аша снимоктарҙы һәм тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен Өфөләге шундай уҡ үҙәккә ебәреп, ундағы белгестәр менән кәңәшләшә ала. Үҙәк составында дүрт бүлек бар: неврология, кардиология, нейрохирургия, шулай уҡ диагноз ҡуйыуҙың һәм дауалауҙың рентгенохирургия алымдары бүлектәре. Бында Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Ишембай районынан табиптар эшләй. Ҡан тамырҙары үҙәге Стәрлетамаҡ, Күмертау, Ишембай, Салауат, Мәләүез һәм 10 район халҡын хеҙмәтләндерә.
Рөстәм Хәмитов табиптар менән аралашып, үҙәктә булған проблемалар хаҡында ҡыҙыҡһынды.
— Йәш белгестәр етешмәү төп проблема булып тора, - тип хәбәр итте Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се клиник дауахананың 2-се нейрохирургия бүлеге мөдире Эдгар Һаҙыев. – Сәбәптәрҙең береһе – торлаҡ мәсьәләһе. Дауахана Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тапшырылғанға күрә, белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен берәү ҙә хәл итмәй.
Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығына был мәсьәләне ентекле тикшерергә ҡушты.
«Медицина өлкәһендә кадрҙар дефициты булырға тейеш түгел», — тине республика Президенты.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика