04:26 (UTC+5), 12 Август 2013

Иҫке Балтас ауылында яңы күпер төҙөлдө

Ғәлиә Нәбиева, Арина Рәхимҡолова
Балтас районы үҙәге Иҫке Балтас ауылының ике биҫтәһен композит материалдан һалынған яңы күпер тоташтырҙы. Төҙөлөш эштәрен «Рускомпозит» компаниялар төркөмө башҡарҙы. Заказсы булып муниципаль властар сығыш яһаны. Яңы күпер асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Күперҙең оҙонлоғо – 20 метр, ауырлығы – 10,5 тонна. Ул 26 тонна йөк күтәрергә һәләтле. Ҡоролма инновацион технологиялар буйынса тоташ композит материалдан һалынған, шуға ла тутығыуға бирешмәйәсәк.
— Европаның күп кенә илдәрендә ошондай уҡ күперҙәр һалалар, әммә Рәсәй өсөн был беренсе тәжрибә булып тора, - тип хәбәр итте «Рускомпозит» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Тәлғәт Фәтҡуллин. Киләсәктә компания 30 һәм 36 метр оҙонлоҡтағы күперҙәр проектларға ниәтләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика