05:01 (UTC+5), 06 Августа 2013

Рөстәм Хәмитов «Николаевка» агросәнәғәт комплексында булды

Эльвира Латипова,Розалия Вәлиева
Башҡортостан Президенты Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында «Николаевка» агросәнәғәт комплексының теплица хужалығында булды.
Хужалыҡ ҡарамағында 616 гектар һөрөлгән ер бар, шуларҙың яртыһында – иген культуралары, дүрттән бер өлөшөндә йәшелсә үҫтерелә.
«Николаевка» агросәнәғәт комплексы «2012-2014 йылдарға Башҡортостан Республикаһында дөйөм һәм шәхси ҡулланылыштағы мелиоратив системаларҙы һәм айырым гидротехник ҡоролмаларҙы үҫтереү» программаһында ҡатнаша. 2011 йылдан алып республика бюджетынан йүнәлтелгән субсидия күләме - 4,5 миллион һумдан ашыу.
Хужалыҡта майҙаны ике гектар тәшкил иткән заманса теплица комплексы төҙөү планлаштырыла. Бындай комплекста йыл әйләнәһенә уңыш йыйыу ҡарала. Унан да бигерәк, уңыш артасаҡ, мәҫәлән, бер гектарҙан аграрийҙар 700 центнерға тиклем сөгөлдөр йыйырға ниәтләй.
2013 йылда продукция әйләнеше 38-44 миллион һум тәшкил итәсәк, тип көтөлә.
Киләсәктә агросәнәғәт комплексы биогаз ҡоролмаһы һатып алырға планлаштыра, ул ҡошсолоҡ фабрикаһының ҡалдыҡтарын эшкәртеп, теплицаларҙы йылытыу өсөн энергия бирәсәк. Ҡоролманың хаҡы – 179 миллион һум, уның ҡеүәте бер нисә бындай хужалыҡты йылытыу өсөн етәсәк.
— Бындай ҡоролманы һатып алыуҙа ярҙам итергә кәрәк. Ҡошсолоҡ фабрикаһының зыянлы ҡалдыҡтарын эшкәртеп энергия алыу - экология бизнесы, - тине Рөстәм Хәмитов, БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп.
Хужалыҡта ҡайһы бер проблемалар ҙа бар. Мәҫәлән, муниципаль милектә булған йәшелсә һаҡлау урынын ҡуртымға алыуҙы йыл һайын рәсмиләштерергә кәрәк, быға күп ваҡыт сарыф ителә. Рөстәм Хәмитов урында уҡ район етәкселеге менән һөйләшеп, был мәсьәләне хәл итте. Хәҙер йәшелсә һаҡлау урынын ҡуртымға алыу ун йылға бер тапҡыр рәсмиләштереләсәк.
Үҫемлекселектән тыш, хужалыҡта һарыҡсылыҡ тармағы ла үҫтерелә. Бөгөнгө көндә бында 714 һарыҡ аҫырала. Президент продукцияны һатыу мәсьәләһе хаҡында ҡыҙыҡһынды һәм шәхси предприятие хужаларынан Өфөгә ингән ерҙә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса махсус логистика үҙәген төҙөүгә ҡарата үҙ фекерҙәрен белдереүен һораны. Асыҡланыуынса, хужалыҡта продукцияны һатыу менән проблемалар килеп тыумай. Аграр логистика үҙәген төҙөүгә килгәндә, аграрийҙар был идеяны хуплауҙарын белдерҙе.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика