04:45 (UTC+5), 05 Августа 2013

Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының башҡарма вице-президенты менән осрашты

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының башҡарма вице-президенты Виктор Черепов менән осрашты.
— Башҡортостанда бизнес менән властың үҙ-ара килешеп эш итеүе буйынса ҙур тәжрибә тупланған, - тип билдәләне Виктор Черепов. – Республика Президенты менән осрашыу барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы араһында өс яҡлы килешеү төҙөү мәсьәләһен тикшерҙек, әлеге ваҡытта профсоюздар һәм Президент Хакимиәте менән килешеү процесы бара. Был РФ Хөкүмәте һәм Дөйөм Рәсәй эш тәҡдим итеүселәр берләшмәһе араһында Генераль килешеү төҙөүгә әҙерлек буласаҡ.
Осрашыу барышында шулай уҡ башҡа мәсьәләләр ҙә тикшерелде.
— Президент беҙ башҡарған эштәр хаҡында белә, Хөкүмәт менән Хакимиәт беҙҙең берләшмә менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, - тине Виктор Черепов. - Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы вәкилдәре бөтә консультатив органдарға инә, Хөкүмәт ултырыштарында ҡатнаша. Үҙ-ара фекер алышыу ойошторола, бизнес менән килешелгән ҡарарҙар ҡабул ителә.
Сарала шәхси эшҡыуарҙар өсөн һалым ставкаһының арттырылыуы тикшерелде.
— Был һалымды бөтөнләй бөтөрөү яҡлы сығыш яһаныҡ, 2014 йылдың 1 ғинуарынан барыһы ла элекке урынына ҡайтасаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Виктор Черепов.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика