09:32 (UTC+5), 05 Августа 2013

Рөстәм Хәмитов: «Авдон ауылында заманса физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөлөргә тейеш»

Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова
5 августа Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Авдон ауылындағы төҙөлөп бөтмәгән сәләмәтләндереү комплексын ҡараны.
Өфө районының Авдон ауылында спорт-сәләмәтләндереү комплексы 1998 йылда төҙөлә башлаған. Проект буйынса, бинала бассейн, спорт залдары, бильярд залы, ашхана ҡаралған. Объекттың тәүге исеме - «Авдон ауылының республика реабилитация үҙәге». Дәүләт заказсыһы – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, заказсы-төҙөүсе – БР Капиталь төҙөлөш идаралығы. 2003 йылда объектты спорт-сәләмәтләндереү комплексы итеп үҙгәртергә ҡарар ҡабул ителгән, әммә төҙөлөш эштәре бөгөнгө көнгә тиклем тамамланмаған.
«БашНИИстрой» институты спорт-сәләмәтләндереү комплексында тикшереү эштәре үткәргән һәм, төҙөлөш-монтажлау эштәрен дауам итергә мөмкин, тигән һөҙөмтә яһаған.
БР Хөкүмәтенең 2008 йылдың 21 июлендәге бойороғона ярашлы, объект Өфөнөң муниципаль милкенә күсерелергә тейеш булған, әммә ҡала хакимиәтенең объектты муниципаль милеккә ҡабул итеүҙән баш тартыуы сәбәпле ул күсерелмәгән. Объекттағы төҙөлөш-монтажлау эштәре 2008 йылдың июлендә туҡтатылған.
Объектҡа йүнәлтелгән средстволар күләме бөгөнгө көндә 52 миллион һум күләмендә баһалана. Шул иҫәптән «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһынан – 11 миллион һум, республика бюджетынан 41 миллион һум йәлеп ителгән.
Рөстәм Хәмитовҡа хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш эштәрен тамамлау өсөн йәнә 300 миллион һум аҡса талап ителә.
— Бындай ҙур аҡсаны ун йылдан ашыу элек әҙерләнгән проектҡа йүнәлтеү дөрөҫ түгел, - тине Рөстәм Хәмитов. – 150-200 миллион һум суммаға яҡшы заманса физкультура-сәләмәтләндереү комплексын төҙөргә була.
Президент яҡын арала мәсьәләне хәл итеү варианттарын әҙерләргә ҡушты.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика