06:58 (UTC+5), 29 Июля 2013

Республика Президенты Затон биҫтәһендәге магистраль автомобиль юлын төҙөү барышы менән танышты

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһы Ленин районының Затон биҫтәһендәге төньяҡ урау атомобиль юлын төҙөү барышы менән танышты.
Төҙөлөш эштәре 2006 йылдың майында башланған. Эштәрҙең бер өлөшө тамамланған, әлеге ваҡытта төҙөлөштөң беренсе сиратын Өфө милкенә тапшырыу процесы рәсмиләштерелә. Эштәрҙе «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте» генераль подряд ойошмаһы башҡара. Участканың оҙонлоғо – 9 километр, смета буйынса хаҡы – 3,8 миллиард һум.
Төҙөлөштөң икенсе сираты буйынса төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға ҡалған.
— Был өлкәгә ҙур аҡса йүнәлтелһә лә (быйыл юл тармағы 17 миллиард һумға яҡын аҡса алды), социологик һорау алыуҙарға ярашлы, Башҡортостан халҡы төҙөлгән юлдар менән ҡәнәғәт түгел, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Кешеләр үҙ фекерен үҙгәртһен өсөн, йәнә ике йыл ошо уҡ темпта эшләргә кәрәк.
Башҡортостан Президенты юлдарҙың төҙөклөгөн һаҡлап ҡалыу тураһында уйларға саҡырҙы. Мәҫәлән, ул ҡыш көнө трассаларҙа тиҙлекте сикләгән ваҡытлыса билдәләр ҡуйырға тәҡдим итте. Сөнки автомобилдәрҙең ҡышҡы тәгәрмәстәре юлдарҙы тиҙ бөтөрә. Бындай һынауҙы Салауат Юлаев проспектынан башларға мөмкин, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Бынан тыш, республика етәксеһе Ағиҙел йылғаһы аша төҙөләсәк күпер проекты менән танышты. Объекттың дөйөм хаҡы 6,29 миллиард һум тәшкил итәсәк. Проект «Гипростроймост институты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә әҙерләнгән. Яңы күпер Ағиҙел йылғаһы аша үткән автомобиль күперенән 40 метр өҫтәрәк урынлашасаҡ. Уның оҙонлоғо - 836 метр, киңлеге 14 метр тәшкил итәсәк. Төҙөлөш эштәрен ағымдағы йылдың сентябрендә башлау планлаштырыла. Өс йылдан объектты файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика