15:13 (UTC+5), 27 Июня 2013

Республика Президенты БР дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына рәхмәт әйтте

Ғәлиә Нәбиева
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҙғы сессияла һуңғы ултырышы үтте. Ағымдағы йылдың көҙөндә парламентарийҙар яңыртылған составта эшләй башлаясаҡ. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов депутаттарға сифатлы, һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
— Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сифатында һуңғы биш йыл дауамында һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барғанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм, - тине республика етәксеһе, депутаттарға мөрәжәғәт итеп. – Һеҙ ғәҙел эшләнегеҙ. Ауыр осор булыуға ҡарамаҫтан, тыныс, төптән уйлап эш иттегеҙ. Һеҙ биш йыл элек - 2008 йылда һайландығыҙ, ул ваҡытта донъяүи иҡтисади көрсөк башланып, барлыҡ социаль-иҡтисади күрһәткестәр ҡапыл түбәнәйҙе.
Шул уҡ ваҡытта, республика етәксеһе билдәләүенсә, Дәүләт Йыйылышы депутаттары тарафынан ҡабул ителгән закондар, норматив акттар кире процестарҙы кәметергә, иҡтисади хәлде тотороҡландырырға мөмкинселек бирҙе.
2010 йылда Башҡортостанда башҡарма власть алмашынды. Ул ваҡытта ла республиканың закон сығарыусылары түҙемлелек күрһәтте.
— Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына минең кандидатураны яҡлағанығыҙ, ул саҡта үҙегеҙҙе тыныс, аҡыллы тотҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Һөҙөмтәлә власть алмашыныу кеүек ауыр процесс тыныс үтте, - тине Рөстәм Хәмитов.
БР дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ярайһы уҡ күп закондар ҡабул итте, тип билдәләне республика Президенты. Уның һүҙҙәренсә, инвестициялар йәлеп итеү буйынса ҡануниәт булдырыу йәһәтенән ҙур эштәр башҡарылды. Һәм был һөҙөмтәләр бирә башланы – беҙҙә ҙур төҙөлөш эштәре башланып тора, улар меңәрләгән кешене эш урындары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
— Беҙҙең республика – иҡтисади йәһәттән үҫешкән, ҡеүәтле төбәк. Рәсәй Федерацияһында лидер булыр өсөн беҙҙә бөтә нәмә бар. Сәнәғәт производствоһы, иҡтисади күрһәткестәр, тулайым төбәк продукты үҫеше буйынса тәүге ун төбәк иҫәбенә инәбеҙ. Әммә конкурентлыҡ мөхитендә йәшәүебеҙҙе оноторға ярамай. 2016-2017 йылдарға республикала тулайым төбәк продукты буйынса күрһәткестәр 1,5 триллион һум кимәленә етергә тейеш.
Башҡортостан Президенты 8 сентябрҙә Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлау кампанияһында ҡатнашмаясаҡ депутаттарға мөрәжәғәт итте.
— Сәйәси эшмәкәрлеген дауам итергә теләмәгән кешеләргә биш йыл дауамында лайҡлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтәм. Улар йыш ҡына был эшмәкәрлеге өсөн матди ярҙам да, рәхмәт һүҙҙәре лә алманы. Ул ауыр йылдарҙа һеҙ яҡшы, лайыҡлы эшләнегеҙ.
БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау кампанияһында ҡатнашырға теләгән депутаттарға Рөстәм Хәмитов уңыштар теләне.
Айырым рәхмәт һүҙҙәрен республика башлығы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевҡа белдерҙе.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика