05:54 (UTC+5), 26 Июня 2013

Республика муниципалитеттарында педагогтарҙың хеҙмәт хаҡына контроллек итеү буйынса эш төркөмдәре булдырыласаҡ

Людмила Терновая
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова республиканың муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары менән дөйөм белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе буйынса селектор кәңәшмәһе үткәрҙе.
Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, РФ Президентының 2012 йылдың 7 майындағы 597-се «Дәүләт социаль сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында»ғы указы әлеге мәсьәләне хәл итеүҙә төп документ булып тора. Уға ярашлы, дөйөм белем биреү хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы республика буйынса уртаса кимәлгә етергә тейеш. Ағымдағы йылға күҙаллау 22954 һум тәшкил итә.
Был маҡсаттарға өлгәшеү өсөн 2013 йылда муниципаль бюджеттарға - 2 миллиард һум, муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын республика буйынса уртаса кимәлгә еткереү өлкәһендә муниципалитеттарҙың сығымдарын ҡушып финанслауға 674,1 миллион һум аҡса бүленде.
Төбәктә биш ай йомғаҡтары буйынса анализ шуны күрһәтте: дөйөм белем биреү хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы - 21971 һумға (101,9 процент), шул иҫәптән уҡытыусыларҙың — 22454 һумға (104,1 процент), мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең — 16573 һумға (96 процент), өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 13031 һумға (80,6 процент) етте.
Кәңәшмәлә барлыҡ муниципалитеттарҙың да средстволарҙы тулыһынса файҙаланыу буйынса эште ваҡытында ойоштормауы асыҡланды. Шуға күрә ҡайһы бер райондарҙа беренсе квартал йомғаҡтары буйынса эш хаҡтары тейешле күрһәткескә еткерелмәгән, һөҙөмтәлә тотонолмаған средстволар тороп ҡалған.
Сара һуңында Лилиә Ғүмәрова һәр муниципалитетта 597-се указдың үтәлешенә контроллек итеү буйынса эш төркөмдәре булдырырға ҡушты. Был төркөмдәр белем биреү хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу мәсьәләләрен контролдә тоторға тейеш. Бының өсөн муниципалитеттарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеләсәк. Республиканың Мәғариф министрлығына Финанс министрлығы менән берлектә методик күрһәтмәләр әҙерләргә ҡушылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика