Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Июнь 2013, 16:11
Ленара Иванова Шаран районында граждандарҙы ҡабул итте
19 июндә Шаран ауылында Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова граждандарҙы ҡабул итте, тип хәбәр итте Шаран районының мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Раил Мусин. Министрға оло йәштәгеләр, күп балалы ғаиләләр, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар мөрәжәғәт итте.
БР Медицина-социаль экспертиза баш бюроһы етәксеһе урынбаҫары Елена Сафронова инвалидлыҡҡа сығыу, инвалидтарҙы техник реабилитациялау саралары менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса аңлатмалар бирҙе. Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмовҡа ла күп кеше мөрәжәғәт итте.
Граждандарҙы ҡабул итер алдынан Ленара Иванова ведомство ҡарамағында булған учреждениеларҙа – Мичуринск ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта һәм Баҙғыя ауылында урынлашҡан ҡарттар йортонда булды. Район үҙәгендә министр Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегендә, Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә булды, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары менән танышты.
Автор:
Әлим Фәйезов
Теги:
граждандарҙы ҡабул итеү
Читайте нас