06:44 (UTC+5), 19 Июня 2013

Башҡортостандан депутат Сәлиә Мырҙабаева «Земство табибы» проектын дауам итеү яҡлы

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостандан депутат, Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева 2014 йылға һәм артабанғы йылдарға ауыл еренә эшкә барған медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе дауам итеү тураһында закон проектын әҙерләү, шулай уҡ проектҡа бәләкәй ҡалаларҙы индереү башланғысын хупланы. «Земство табибы» проектын дауам итеү мәсьәләһе «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Иркутск өлкәһенең партия активы менән осрашыуында тикшерелде.
— «Земство табибы» программаһы 2012 йылда ауыл медицинаһына һигеҙ меңгә яҡын табипты йәлеп итергә мөмкинселек бирҙе, быйыл йәнә биш меңдән ашыу табип ауыл еренә эшкә барасаҡ, - тип билдәләне Сәлиә Мырҙабаева. – Әммә тармаҡта квалификациялы кадрҙар етешмәү әле булһа иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Шулай ҙа табиптар дефициты һуңғы йылдарҙа 40 мең кешегә тиклем кәмене, ә урта медицина персоналы дефициты 270 меңгә тиклем артты.
«Земство табибы» программаһын дауам итеү кәрәклегенә комментарий биреп, парламентарий ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан проекттың федераль һәм республика бюджеттарынан ҡушып финанслау шарттарында тормошҡа ашырылғанын билдәләне.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә субъекттар ҙа әлеге проектты финанслау өсөн тигеҙ мөмкинлектәргә эйә түгел, был ҡатнашыусылар һанының кәмеүенә килтерә, - тип билдәләне депутат.
Сәлиә Мырҙабаева проектты финанслау схемаһын ҡайтанан ҡарарға һәм федераль бюджет средстволары иҫәбенә финанслау күләмдәрен арттырырға тәҡдим итте.
— Беҙ, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзалары, бер йыл элек «Земство табибы» проектына ауылдарҙы ғына түгел, ә бәләкәй ҡалаларҙы ла индерергә тәҡдим иткәйнек. Был идеяның «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе тарафынан хупланыуы ҡыуаныслы, - тип һүҙен йомғаҡланы Сәлиә Мырҙабаева.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика