10:52 (UTC+5), 11 Июнь 2013

Башҡортостан Президенты Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

Людмила Терновая
Республика йортонда төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Федерацияһының юғары дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Наградаларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
— Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса һеҙгә дәүләт наградаларын тапшырам, - тип сәләмләне залда ултырыусыларҙы Рөстәм Хәмитов. – Был ваҡиғаның дәүләт байрамы – Рәсәй көнө алдынан үтеүе айырыуса әһәмиәтле. Һеҙ үҙ эшегеҙҙе намыҫлы башҡараһығыҙ, башҡалар өсөн өлгө булып тораһығыҙ һәм, әлбиттә, был наградаларға лайыҡһығыҙ. Башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт әйтеп, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйем. Артабан да республика һәм Рәсәй именлеге өсөн эшләгеҙ.
18 кеше түбәндәге наградаларға лайыҡ булды: II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы, «РФ атҡаҙанған табибы», «РФ атҡаҙанған машина эшләүсеһе», «РФ атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре», «РФ атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре», «РФ атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре», «РФ атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре», «РФ атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре», «РФ атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре», «РФ атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре», «РФ атҡаҙанған химигы» исемдәре, Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы, Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты.
Стәрлетамаҡтағы «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Юрий Иванов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы» исеменә лайыҡ булды.
— Был награда - минең генә түгел, ә предприятиелағы барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтенә оло баһа, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Юрий Иванов. – Шулай уҡ был награда артабан да һөҙөмтәле эшләп, яңы уңыштарға өлгәшеү өсөн аванс булып тора. Беҙҙең предприятие юғары сифатлы продукция етештерә һәм ҡулланыусыларҙың продукция сифатына ҡағылышлы тәҡдимдәрен һәр саҡ иҫәпкә ала, килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итә.
«Спецтехника» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Тәфхәт Зариповҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Етәксе иҫәпләүенсә, был наградаға ул бөтә коллективтың уңышлы эшмәкәрлеге ярҙамында лайыҡ булған.
— Бөгөнгө награда - минең һәм бөтә коллективтың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе, - тине Тәфхәт Зарипов. – Шуға күрә хеҙмәттәштәремә оло рәхмәтлемен: улар уңышлы эшләмәһә, һөҙөмтәләр ҙә булмаҫ ине. Беҙ республиканың барлыҡ төҙөүселәрен хеҙмәтләндерәбеҙ, уларҙы махсус техника менән тәьмин итәбеҙ.
Тантана һуңында республика Презденты тәбрикләнеүселәрҙе яҡынлашып килгән байрам – Рәсәй көнө менән ҡотланы.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика