12:19 (UTC+5), 10 Июня 2013

Рөстәм Хәмитов Американың Ҡорамалдар етештереүселәр ассоциацияһы ағзалары менән осрашты

Розалия Вәлиева
Дүшәмбе, 10 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Америка Ҡушма Штаттарының Ҡорамалдар етештереүселәр ассоциацияһы ағзалары менән осрашты. Осрашыуҙа артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Бөгөнгө көндә Башҡортостан менән Америка араһында нефть химияһы, машиналар эшләү өлкәләрендә сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булдырылған. 2012 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика менән АҠШ араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 197,7 миллион доллар тәшкил итте.
— Бөгөнгө көндә Башҡортостанда Американан йәлеп ителгән инвестициялар ҡатнашлығында 16 предприятие эшләй – был күп түгел. Минеңсә, тауарҙар әйләнешен арттырыу өсөн беҙҙә ҙур мөмкинлектәр бар, - тип билдәләне республка Президенты. – Был йәһәттән эште башланыҡ. Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Америка Ҡушма Штаттарында булды. Унда сәнәғәт, ауыл хужалығы, энергетика мәсьәләләре тикшерелде. Юлдар төҙөү, күсемһеҙ милек баҙарын үҫтереү, шулай уҡ Америка компанияларының инвестицион проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн бизнес-берләшмәләр менән консультациялар ойошторолдо. Республикала инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеген үҫтереү беҙҙең өсөн үтә мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.
Башҡортостан иҡтисадына һалынған инвестициялар күләме йылдан-йыл 5-8 процентҡа арта. Былтыр сит илдәрҙән йәлеп ителгән инвестициялар күләме 600 миллион долларға етте. 2011 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, был ике тапҡырға күберәк.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда йөҙгә яҡын инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың дөйөм хаҡы 12,5 миллиард доллар тәшкил итә. Нигеҙҙә, был Көнбайыш Европа компаниялары. «Альстом» компанияһы гидроэнергетика ҡорамалдары етештереү буйынса яңы завод төҙөй, республикала шулай уҡ ағас эшкәртеү заводы төҙөлә. «Башнефть», «Газпром», «Сибур» компаниялары ла был өлкәлә әүҙем эшмәкәрлек алып бара.
— Беҙҙә инвесторҙар өсөн уңайлы мөхит булдырыла – эшҡыуарлыҡ өлкәһендә егермегә яҡын яңы закон һәм хоҡуҡи акт ҡабул ителде, - тине Рөстәм Хәмитов.
— Башҡортостанда ысынлап та бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Республиканың ҙур мөмкинлектәре бар, - тип билдәләне «Altec» компанияһының БДБ илдәрендә эшмәкәрлек алып барыу буйынса бүлексәһе етәксеһе Норман Ноблет. – Беҙгә производство майҙансыҡтары кәрәк. Беҙҙең компания электр селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү, ер аҫты коммуникациялары төҙөү өсөн ҡорамалдар етештерә.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика