Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Июнь 2013, 15:47
БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары профилле комитеттарҙа эшләй
Был аҙнала Башҡортостан парламентарийҙары профилле комитеттар ултырыштарын үткәрә. 11 июндә Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет (11.00 сәғәттә), Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары буйынса комитет (14.30) һәм Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет(16.00) ултырыштары үтә.
13 июндә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың йәнә өс профилле комитеты ултырыш үткәрә: 10.00 сәғәттә — Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет, 11.30 сәғәттә — Сәнәғәт, транспорт, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет, 15.00 сәғәттә - Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет.
14 июндә 10.00 сәғәттә Бюджет, финанстар, һалымдар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышы үтә.
Республика парламенты Президиумы ултырышы 18 июнгә планлаштырылған.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
бр дәүләт йыйылышында
Читайте нас: