09:57 (UTC+5), 07 Июня 2013

Өфөлә Волга буйы федераль округы субъекттары вәкилдәре Дәүләт Советы ултырышында күтәрелгән мәсьәләләрҙе тикшерә

Ғәлиә Нәбиева
Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль округының 12 субъекты вәкилдәре Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Трутнев рәйеслеге аҫтында Дәүләт Советы ултырыштары барышында күтәрелгән мәсьәләләрҙе тикшерә. Ил өсөн мөһим булған мәсьәләләр ер ресурстары менән идара итеү, төбәктәрҙә инвестицион мөхитте яҡшыртыу, урман хужалығын үҫтереүгә бәйле.
Юрий Трутнев билдәләүенсә, Владимир Путин ҡушҡан эштәрҙең бер өлөшө Дәүләт Советы ултырыштары йомғаҡтары буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ярайһы уҡ ҙур өлөшө субъекттарға ла ебәрелгән. Бөгөн көндөң тәүге яртыһында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ер ресурстары менән идара итеү буйынса бойороҡтарҙың үтәлешен тикшерҙе.
— Төбәк башлыҡтары өсөн Рәсәй Президентының бойороҡтарын үтәү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Һәм Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттары, шул иҫәптән беҙҙең республика, был эште юғары кимәлдә ойошторорға тырыша, - тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Дәүләт Советында иң киҫкен, көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә. Ултырыш йомғаҡтары буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә һәм улар үтәлергә тейеш.
Көндөң икенсе яртыһында Волга буйы федераль округы субъекттары вәкилдәре бюджеттарҙың балансланыуына арналған мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Юрий Трутнев билдәләүенсә, төбәктәрҙең Рәсәй Президентының май айындағы указдарын үтәргә әҙер булыу-булмауы тикшереләсәк.
Шулай уҡ бөгөнгө ултырыштарҙа субъект башлыҡтары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенә баһа биреү методикаһын үҙгәртеү темаһы ҡараласаҡ. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы билдәләүенсә, һөҙөмтәлелеккә баһа биреү – берҙәм дәүләт имтиханы түгел, уның өсөн теге йәки был билдә ҡуйылырға тейеш түгел.
— Һөҙөмтәлелеккә баһа биреү методикаһында иң мөһиме – һеҙҙең менән бергә үҫеш йүнәлештәрен билдәләү.
Шул уҡ ваҡытта, Юрий Трутнев хәбәр итеүенсә, РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы тәүге йомғаҡтар яһаған да инде. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы субъект башлыҡтары менән бергә һайланған йүнәлештәрҙе ентекләберәк тикшеререгә тәҡдим итте.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика