12:46 (UTC+5), 30 Мая 2013

Рөстәм Хәмитов: «Төбәк башлыҡтарының бурысы - предприятиеларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге өсөн уңайлы шарттар булдырыу»

Розалия Вәлиева
Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Сыуашстан Президенты Михаил Игнатьев төбәк-ара хеҙмәттәшлек темаһы буйынса журналистар менән аралашты.
— Административ власҡа ҡарағанда, бизнес әүҙемерәк, эшҡыуарҙар бер-береһен үҙҙәре таба, - тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең урыс – уларға ярҙам итеү. Чебоксарҙағы «Экра» предприятиеһы Башҡортостан менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, беҙҙең педприятиеларға ҡорамалдар поставкалай. Әммә күләмдәрҙе арттырырға теләр инек. Алдағы көндәрҙә Башҡортостан электр селтәре компанияһының генераль директоры Андрей Макаров менән осрашып, Сыуашстан Республикаһынан ебәрелгән продукция күләмдәрен арттырыу тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
— Беҙҙең бурыс – уңайлы шарттар булдырып, ике төбәктең бизнес-берләшмәләре үҫешенә импульс биреү, - тине Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев. – Беҙҙең республикалар араһындағы мөнәсәбәттәр менән ҡәнәғәтмен.
Төбәк башлыҡтары билдәләүенсә, туғандаш халыҡтарҙың хазинаһын һаҡлап ҡалыу бындай визиттарҙың төп маҡсаты булып тора.
Мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ йөрөтөп, Михаил Игнатьев, «дөйөм кешелек һәм ғаилә ҡиммәттәрен, ижад кешеләренең оҫталыҡтарын файҙаланып, халыҡ традицияларын йәш быуынға тапшырыу юлдарын эҙләйбеҙ», тип билдәләне.
Башҡортостандың презентацияһы темаһына ҡағылып, Рөстәм Хәмитов уны яңыртыу кәрәклеге хаҡында әйтте. Шул уҡ ваҡытта быны тарихҡа һәм традицияларға таянып башҡарырға кәрәк. Сыуашстанда, мәҫәлән, Башҡортостан бихисап электрон материалдарын тәҡдим итә. Республиканың сираттағы ҙур презентацияһы 1 октябрҙә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында үтә.
— Һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар һәм һәр аралашыуҙан файҙа алырға мөмкин, - тине Михаил Игнатьев. – Мәҫәлән, Башҡортостанда булған саҡта, ер эшкәртеү өлкәһендәге алдынғы технологияларға, иҡтисадтың һәм предприятиеларҙың үҫеш тиҙлегенә айырыуса иғтибар иттем.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика