10:18 (UTC+5), 28 Мая 2013

Башҡортостан 2012 йылда маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыуға 64,8 миллиард һум аҡса йүнәлткән

Ғәлиә Нәбиева
2012 йылда республика маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыуға бюджеттан 64,8 миллиард һум аҡса бүленгән. Төбәк ҡаҙнаһынан йәмғеһе 44 программа финансланған. Хөкүмәттең республика маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыу тураһындағы отчеты менән Башҡортостан парламентарийҙары алдында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин сығыш яһаны.
Вице-премьер Хөкүмәт менән ҡабул ителгән алты яңы социаль әһәмиәтле проект тураһында һөйләне. Улар - «Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү», «Башҡортостан Ресубликаһында айырым категория граждандарға тештәрҙе протезлау буйынса социаль ярҙам саралары күрһәтеү», хеҙмәт һаҡлауҙы һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу программаһы, «Башҡортостан Республикаһының өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереү», «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» һәм «Башҡортостан Республикаһын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү ихтыяжынан ГЛОНАСС юлдаш навигация технологияларын индереү».
Евгений Маврин һүҙҙәренсә, 2012 йылда ғәмәлдәге программаларҙы финанслау күләменең ҙур өлөшө, йәғни 50 проценты – мәғариф өлкәһенә, 23 проценты – социаль өлкәгә, 19 проценты – инфраструктураны үҫтереүгә һәм 3 проценты һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йүнәлтелгән.
Вице-премьер шулай уҡ 2012 йылда урман хужалығын, мәғлүмәт йәмғиәтен, эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү буйынса оҙайлы сроклы сараларҙың тормошҡа ашырыла башлауы хаҡында һөйләне.
Шул уҡ ваҡытта ведомство маҡсатлы программалары ҡабул ителә. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү системаһын үҫтереү өлкәләрендә дәүләт гарантияларын тәьмин итеү буйынса саралар әҙерләнде һәм раҫланды.
— Маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән бюджет средстволары мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендә булған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итте, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика