Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Май 2013, 18:26

Өфөлә Михаил Бабич Волга буйы федераль округы мосолмандарының Диниә назараттары етәкселәре менән осрашты

Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич округ мосолмандарының Диниә назараттары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Экстремистик хәрәкәттәрҙең әүҙемләшеүенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында влась органдары менән дин әһелдәренең берлектә эшмәкәрлек алып барыу стратегияһын әҙерләү һөйләшеүҙең төп маҡсаты булды.
– Беҙҙе экстремистар берләшмәләре вәкилдәренең әүҙемләшеүе борсой. Ҡайһы бер төбәктәрҙә улар кеше хоҡуҡтарын яҡлау лозунгылары аҫтында үҙҙәренең акцияларын үткәреп маташа. Власть органдары һәм дин хеҙмәтселәре күҙлегенән сығып, үҙ позициябыҙҙы аныҡ билдәләргә һәм был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтергә тейешбеҙ, - тине Михаил Бабич.
РФ Прездентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле фекеренсә, экстремизм проблемаһы башлыса мосолман халҡы йәшәгән илдәрҙән кешеләрҙең күпләп килеүенә бәйле. Шулай итеп, 2012 йылда Волга буйы федераль округында миграция иҫәбенә бер миллиондан ашыу кеше ҡуйылған. Уларҙың 75 проценты – Урта Азия һәм Кавказ аръяғынан килгән мигранттар. Беҙҙең илдә уларҙың идеологияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн, Михаил Бабич һүҙҙәренсә, мосолмандарҙың Диниә назараттары мигранттарҙың Рәсәйҙә йәшәүгә яраҡлашыуында әүҙем ҡатнашлыҡ итергә тейеш.
Йәнә бер проблема имамдар араһында әҙерлекле кадрҙар етешмәү мәсьәләһенә бәйле. Тулы хоҡуҡлы вәкил хәбәр итеүенсә, округта 21 мәҙрәсә эшләй, әммә уларҙа йәш кадрҙар етешмәй. Шуға күрә мосолман йәштәрен дини-патриотик рухта тәрбиәләү программаһын булдырыу зарур. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн, Михаил Бабич һүҙҙәренсә, округ мосолмандарының Диниә назараттары араһында айырым проблемалар буйынса кураторҙар институтын булдырырға кәрәк.
Конструктив эшмәкәрлек алып барыу өсөн, округтың Диниә назараттары араһындағы тарҡаулыҡты бөтөрөргә кәрәк, тип билдәләне РФ Прездентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле, журналистар менән аралашып.
Шулай уҡ, Михаил Бабич билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең сит илдә белем алыуы йәһәтенән тәртип булмауы күҙәтелә. Волга буйы федераль округы субъекттары мосолмандарының Диниә назараттары 300-гә яҡын кешене сит илгә уҡытырға ебәрһә, был маҡсатта сит илгә үҙ аллы киткән студенттар һаны биш меңгә етә. Шулай итеп, граждандарҙың күпселек өлөшө күҙәтеү аҫтынан сыға һәм уларҙың традицион булмаған дини ағымдарға ҡушылып китеүе бар.
Тулы хоҡуҡлы вәкил хәбәр итеүенсә, тикшерелгән барлыҡ мәсьәләләр буйынса эш төркөмдәре булдырыласаҡ.
Автор:Арина Рәхимҡолова
Читайте нас: