04:46 (UTC+5), 29 Апреля 2013

Республика Президенты чиновниктарҙы халыҡ менән эшләй белмәгәндәре өсөн тәнҡитләне

Арина Рәхимҡолова
— Буласаҡ депутаттар халыҡ менән эшләүҙең тәү сиратта үтәлергә тейеш бурыс булыуын аңларға тейеш, - тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Баҡалы, Бүздәк, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондары активы менән осрашыу барышында.
Буласаҡ депутатлыҡҡа кандидаттарға кәңәш биреп, республика етәксеһе халыҡ менән һәр ваҡыт аңлатыу эштәрен алып барырға кәрәклеген билдәләне. Өфө һәм Салауат властары өлгөһөндә Рөстәм Хәмитов халыҡ менән ғәҙел эшләмәү хаҡында һөйләне.
— Өфө тиҙ йөрөшлө трамвай линияһын төҙөй башларға ҡарар итте. Был идея насар түгел, әммә халыҡҡа барыһын да аңлатырға кәрәк. Кешеләргә был трассаның нисек үтеүе, ниндәй ауырлыҡтар килеп тыуыуы хаҡында һөйләү зарур. Бының урынына йыш ҡына, халыҡ фекерен иҫәпкә алмайынса, үҙҙәренең ҡарарын нисек тә булһа үтәргә тырышалар. Был халыҡ менән эшләүгә етди ҡарамау йәһәтенән бер миҫал булып тора, - тине республика Президенты.
Рөстәм Хәмитов алдағы көндәрҙә объект төҙөләсәк урындарҙа булып, халыҡ менән аралашырға һәм уларҙың фекерҙәрен тыңларға һүҙ бирҙе.
Шундай уҡ хәл Салауат ҡалаһында килеп тыуған. Унда яңы химия производствоһы төҙөләсәк.
Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, бында ла халыҡ менән эшләп еткермәгәндәр, кешеләр менән осрашып, аңлатыу эштәрен үткәрмәгәндәр. Һөҙөмтәлә халыҡ үҙенең борсолоуын белдерә.
Башҡортостан Президенты ике мәсьәләне лә үҙ контроленә алырға һүҙ бирҙе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика