03:51 (UTC+5), 29 Апреля 2013

Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко менән осрашыуы үтте

"Башинформ"
26 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко менән осрашты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Осрашыуҙа 2013 йылда Өфөлә йәштәр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионатын, шулай уҡ VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү йомғаҡтары тикшерелде. Бынан тыш, Башҡортостанда яңы спорт объекттарын, атап әйткәндә, Өфөлә Паралимпия үҙәген һәм яңы Спорт һарайын төҙөү тураһында һүҙ барҙы.
Рөстәм Хәмитов федераль министрға Өфөлә 3013 йылдың 1-19 июнендә - ир-егеттәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатын, 2014 йылда Бөтә донъя интеллектуаль уйындарын үткәреүгә әҙерлек тураһында, шулай уҡ Өфөнө 2015 йылда ХVIII Сурдлимпия уйындарын үткәреүгә кандидат итеп тәҡдим итеү хаҡында һөйләне. Виталий Мутко билдәләүенсә, барлыҡ был йүнәлештәр буйынса министрлыҡ республикаға ярҙам итәсәк.
Осрашыу барышында шулай уҡ республикала шорт-тректы үҫтереү хаҡында һүҙ барҙы. Виталий Мутко Өфөлә был спорт төрө өсөн айырым боҙ аренаһын төҙөү мөмкинлеге тураһында үҙ фекерен белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов министрҙан киләһе йылда Өфөлә Бөтә донъя интеллектуаль уйындарын үткәреүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны һәм бындай ярыштарҙы үткәреү өсөн республикала бөтә шарттар булыуын белдерҙе. Виталий Мутко был идеяны хупланы.
Шулай уҡ Башҡортостан Президенты Өфөлә 2015 йылда Ҡышҡы Сурдлимпия уйндарын үткәрергә тәҡдим итте. Рәсәйҙең спорт министры ойоштороу һәм финанслау йәһәтенән барлыҡ талаптарҙы һәм шарттарҙы тикшерергә кәңәш итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика