11:19 (UTC+5), 25 Апреля 2013

Рөстәм Хәмитов экология өлкәһендәге эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән закон проектын әҙерләргә тәҡдим итте

Галина Бахшиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов экология өлкәһендә шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән закон проектын әҙерләп, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тикшереүгә тәҡдим итеү буйынса үҙ фекерен белдерҙе.
— Бындай законды үҙебеҙ республика кимәлендә ҡабул итә алабыҙ. Был йәһәттән әүҙемерәк эшләргә кәрәк. Республика Президенты булараҡ, шәхсән үҙем бындай закон проектын Дәүләт Йыйылышына тикшереүгә тәҡдим итергә әҙермен. Экология өлкәһендәге эшҡыуарҙар өсөн ташламалар һәм мөмкинлектәр билдәләп, проектты тормошҡа ашыра башлайыҡ, - тигән тәҡдимен белдерҙе 25 апрелдә республиканың экология өлкәһендәге эшҡыуарҙарының II съезында Рөстәм Хәмитов.
— Экология мәсьәләләрен хәл итеүгә эшҡыуарҙарҙы йәлеп итергә теләйбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев. - «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында алып барылған эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тураһында»ғы закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү урынлы булыр, тип уйлайбыҙ.
Министр фекеренсә, әлеге өлкәлә закондар сығарыу базаһының камил булмауы, тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә федераль закондар менән ҡаралған ташламаларҙың бик әҙ булыуы, дәүләт власы органдарының эшҡыуарҙар менән үҙ-ара килешеп эш итеү кимәленең түбән булыуы бизнесмендарҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә эшмәкәрлек ойошторорға теләмәүенең төп сәбәптәре булып тора.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика