12:21 (UTC+5), 18 Апрель 2013

Башҡортостан парламентарийҙары Андрей Назаровты республика прокуроры итеп тәғәйенләүгә ризалығын бирҙе

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан депутаттары Рәсәй Федерацияһының Генераль прокурорына Андрей Назаровты Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп тәғәйенләүгә ризалығын бирҙе. Кандидатты депутаттар менән Рәсәйҙең Генераль прокуроры урынбаҫары Сергей Зайцев таныштырҙы.
Андрей Назаров кандидатураһын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хупларға тәҡдим итте. Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн Башҡортостан власы тәү сиратта халыҡ мәнфәғәттәренән сығып эш итә. Ул асыҡ, ғәҙел һәм коррупциянан азат була башланы. Шул уҡ ваҡытта прокуратура органдарының роле мөһим.
— Һуңғы йылдарҙа республикала прокуратураның һөҙөмтәле эшләүен ойоштороу өсөн күп эштәр башҡарылды. Ҡала һәм райондарҙа прокурорҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыу мәсьәләләре тиҙ хәл ителә. Дәүләт власы органдары артабан да прокуратураға яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында сығыш яһап.
— Андрей Назаров үҙенең профессиональ, эшлекле сифаттары менән Башҡортостан Республикаһы прокуроры вазифаһына тәғәйенләүгә лайыҡ, тип иҫәпләйем. Рәсәй Федерацияһы Генераль прокурорының Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп Назаров Андрей Ивановичты тәғәйенләү тураһындағы тәҡдимен хупларға тәҡдим итәм, - тине Башҡортостан Президенты.
Республика Прокуратураһының элекке етәксеһе Сергей Хуртин 2013 йылдың 11 апрелендә Ульяновск өлкәһе прокуроры итеп тәғәйенләнде. Ул Башҡортостан прокуроры вазифаһын 2005 йылдан алып 2013 йылға тиклем башҡарҙы. Башҡортостан Президенты Сергей Хуртинға республикала күрһәткән оло хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика