10:13 (UTC+5), 12 Апреля 2013

Республика Президенты: «Яҡташтар» проекты ярҙамында яңы исемдәр асыҡланды

Людмила Терновая
Башҡортостан Президенты фекеренсә, «Яҡташтар» проекты ярҙамында төбәктең кадрҙар резервын тәшкил иткән байтаҡ кешеләр асыҡланды.
— Хеҙмәт кешеһен һәр саҡ төп герой тип иҫәпләнем һәм әле лә шулай уйлайым. Ғәҙәттә, уның турала яҙмайҙар, телевизор экрандарынан күрһәтмәйҙәр, - тине Башҡортостан Президенты. – Ундай ябай кешеләргә, крәҫтиәндәргә һәр ваҡыт оло ихтирам менән ҡарайым.
Рөстәм Хәмитов республикала бындай акция үткәреү башланғысы менән сығыш яһауы тураһында һөйләне.
— «Яҡташтар» проектына килгәндә, бер йыл элек республикала бындай акция үкәрергә тәҡдим иттем, - тип һөйләне Президент. – Беҙҙең арала яңы кешеләр, геройҙар юҡ, тип миңә йыш хат яҙалар. Бының менән төптө килешмәйем: ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ихтирам ҡаҙанған кешеләр бар. Был акция ярҙамында биш меңдән ашыу яңы исем асыҡланды. Киләсәктә уларға таянып эшләйәсәкбеҙ. Улар төбәктең кадрҙар резервын тәшкил итә.
Ошо көндәрҙә республикала йәнә бер проект старт алды. Рөстәм Хәмитов «Китаптар - балаларға» проекты тураһында ла үҙ фекерен белдерҙе.
— Был акцияла, әлбиттә, ҡатнашасаҡмын: яңы китаптар һатып алырға, иҫкеләрен тапшырырға ниәтләйем, - тине төбәк башлығы һәм республика халҡын хәйриә проектында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика