07:49 (UTC+5), 12 Апрель 2013

Рөстәм Хәмитов: «Урындағы киң мәғлүмәт сараларына ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк»

Людмила Терновая
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында тура эфир барышында, республика етәкселеге муниципаль киң мәғлүмәт сараларына ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип белдерҙе.
Район баҫмаларында эшләгән журналистарҙың килеме тураһында һүҙ йөрөтөп, республика башлығы түбән эш хаҡы мәсьәләһенең бөтә өлкәләр өсөн дә көнүҙәк булыуын билдәләне.
— Түбән эш хаҡы – заман бәләһе, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты. – Беҙҙә уртаса эш хаҡы кимәле 20 мең һумдан ашты, был яҡшы, әммә был уртаса күрһәткестәр. 5-10 мең алған, шулай уҡ 50-60 мең алған кешеләр бар. Редакцияларҙа ресурстарҙың нисек бүленеүе, экономиялау мөмкинлегенең, өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлегенең булыу-булмауы хаҡында белмәйем. Был хаҡта, шул иҫәптән түләүле хеҙмәттәр тураһында уйларға кәрәк.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ милли баҫмаларға ярҙам күрһәтеү кәрәклеге хаҡында фекерен белдерҙе.
— Беҙгә бөтә телдәрҙә сыҡҡан гәзиттәр кәрәк, был бик мөһим. Уларға ярҙам итмәһәк, телдәрҙе үҫтереү өсөн нигеҙ булмаясаҡ, - тине Президент.
Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, журналистарҙың эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе ауыр.
— Бөгөн киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә республика бюджетынан күп аҡса – бер миллиард һум йүнәлтелә. Шул уҡ ваҡытта был сумманы арттырып булмай. Төрлө варианттарҙы ҡарарға кәрәк. Бәлки, урындағы гәзиттәрҙән холдин ойошторорға булалыр. Был мәсьәлә өҫтөндә бергәләп уйларға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика