07:06 (UTC+5), 12 Апреля 2013

Башҡортостан Президенты: «Минең һайлауҙарҙа ҡатнашыуымды халыҡтың ышанысы билдәләйәсәк»

Ғәлиә Нәбиева
Республика Президенты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында тура эфир барышында 2015 йылда үтәсәк республика башлығын һайлау тураһында үҙ фекерен белдерҙе.
— Һайлауҙарҙа ҡатнашыуға килгәндә – ике йыл ваҡытыбыҙ бар әле. Әгәр беҙ һөйләгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, халыҡ тормошон яҡшыртыуға өлгәшә алһаҡ, әгәр халыҡтың миңә ышаныс белдергәнен, мине ҙур начальник итеп түгел, ә үҙ кешеләре итеп ҡабул итеүҙәрен белһәм, ул саҡта һайлауға барасаҡмын, әлбиттә, - тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Шул уҡ ваҡытта был ҡарар халыҡтың ышанысы, кешеләр менән булған мөнәсәбәттәр аша билдәләнәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
— Минең өсөн был матур һүҙҙәр түгел. Эшмәкәрлегем халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Йәмғиәтебеҙҙә проблемалар булмаһын өсөн, халыҡта киләсәккә ышаныс, өмөт уянһын өсөн эшләйем. Беҙҙең көслө халыҡ булыуыбыҙға, киләсәктә яҡты көндәр көткәненә улар ышанырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов һөйләүенсә, һайлауҙар 2015 йылда үтә һәм «был вазифаға дәғүә итеүсе һәр кеше шуны аңларға тейеш: иң мөһиме – халыҡтың мөнәсәбәте, халыҡ менән эшләү, кешеләрҙе ишетә белеү, йәмғиәт алдында торған проблемаларҙы хәл итә белеү».
— Төбәктә барған хәл-ваҡиғалар өсөн һеҙҙең менән бергә шәхсән үҙем дә яуап бирәм. Иңемдәге яуаплылыҡты аңлайым, был эштең ауыр булғанын беләм. Нисек эшләүемә ҡарап, халыҡ һығымта яһай ҙа инде.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика