11:02 (UTC+5), 11 Апреля 2013

Республика парламентарийҙары асыҡ тауыш биреү режимына күсергә планлаштыра

Людмила Терновая
Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдағы пленар ултырышта парламент эшмәкәрлеге регламентына үҙгәрештәр индерәсәк. Уларға ярашлы, парламентарийҙар асыҡ тауыш иреү режимына күсәсәк.
БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән билдәләүҙәренсә, асыҡ тауыш биреү һәр депутаттың теркәлеүен күҙ уңында тота, тауыштар электрон система ярҙамында иҫпләнәсәк. Алынған мәғлүмәт нигеҙендә тауыш биреү һөҙөмтәләре менән ҡуша исемлектәр формалаштырыу һәм баҫтырыу планлаштырыла. Улар шулай уҡ стенограммалар һәм протоколдарҙа, республика киң мәғлүмәт сараларында сағылыш табасаҡ.
Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, үҙгәрештәр закондар сығарыу органы эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итеү маҡсатында индерелә.
— Һәр депутат һайлаусыларына ниндәйҙер вәғәҙәләр бирә, һәм улар депутаттың теге йәки был мәсьәләгә ҡарата ниндәй ҡарашта булыуы, нисек һәм ни өсөн тауыш биреүе тураһында хәбәрҙар булыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Бындай сара депутаттарҙың халыҡ алдында яуаплылығын арттырасаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды спикер.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика