09:08 (UTC+5), 02 Апрель 2013

Рөстәм Хәмитов БР Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса совет ултырышын үткәрҙе

Ольга Мортазина
Республика йортонда Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса советтың һәм республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координацион кәңәшмәнең берлектәге ултырышы үтте. Унда юстиция ведомстволары, Контроль-иҫәп палатаһы, БР Президенты Хакимиәте һәм уның идаралыҡтары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡатнашты. Ултырышты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
— Бөгөн беҙ үткән йылда республиканың Коррупцияға ҡаршы көрәш программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарын тикшерәсәкбеҙ. Ниндәй эштәр башҡарылған, ағымдағы йыл аҙағынаса ниндәй сараларҙы тамамлап ҡуйырға кәрәк – бөгөн ошо хаҡта һөйләшәсәкбеҙ. Шулай уҡ алдағы ваҡытта тормошҡа ашырыласаҡ яңы Программаға тәҡдимдәр индерергә кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәне асып.
Үткән йылдан башлап Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса яңы Милли план тормошҡа ашырыла, тип иҫкә төшөрҙө Президент. Уға ярашлы, барлыҡ республика документтарына үҙгәрештәр индерелгән. Үткән йыл аҙағында сығымдарға контроллек итеү, дәүләт һәм муниципаль учреждение етәкселәренә эш хаҡы түләү механизмына асыҡлыҡ индереү тураһында федераль закондар ҡабул ителгән.
— Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып, бөтә йүнәлештәр буйынса эш әүҙемләште. Норматив хоҡуҡи акттарға коррупцияға ҡаршы экспертиза үткәрелә. Дәүләт һатып алыуҙары процесы ойошторолғанда электрон сауҙа системаһы индерелә. Коррупцияға ҡаршы көрәш темаһы киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыла. Мәғариф, йәштәр сәйәсәте учреждениелары был өлкәлә белем биреү һәм тәрбиәүи эшмәкәрлек алып бара. Прокуратура органдары дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт тураһындағы закондарҙың үтәлешенә контролде көсәйтте. Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәттең положениеларын аңлатҡан курстар һәм семинарҙар ойошторола, - тип хәбәр итте республика Президенты. – Үткән йылдан башлап республиканың Дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара органдары системаһында кадрҙар сәйәсәте концепцияһы тормошҡа ашырыла, унда ла коррупциға ҡаршы көрәш тураһында положенелар индерелгән.
Үткән йылда республикала коррупцияға ҡағылышлы 1692 енәйәт асыҡланған. 2011 йыл менән сағыштырғанда, был өстән бер өлөшкә күберәк, тип статистика мәғлүмәттәре менән таныштырҙы Президент. Судтарҙа был өлкәләге 233 енәйәт эше ҡаралған. Енәйәт яуаплылығына тарттырылған кешеләр араһында хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, урындағы үҙидара органдары депутаттары, муниципаль берәмектәр башлыҡтары, шулай уҡ башҡарма власть органдары вәкилдәре бар.
— Коррупция системалы проблема булып тора, күрәһең, - тип дауам итте Рөстәм Хәмитов. – Яза биреү менән генә уны хәл итеп булмай. Норматив хоҡуҡи акттарҙың, дәүләт һатып алыуҙары йәки дәүләт милкен хосусилаштырыу механизмдарының камил булмауы ришүәтселеккә, урлашыуға юл ҡуя. Былтыр үткәрелгән һорау алыу йомғаҡтары буйынса, республика граждандарының биштән бер өлөшө тиерлек айырыуса борсоған проблемалар араһында коррупцияны һәм ришүәтселекте атаған.
Коррупцияға ҡаршы көрәш программаһын тормошҡа ашырыу барышы тураһында доклад менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, БР прокуроры Сергей Хуртин, республика буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин, БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов сығыш яһаны.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика