11:02 (UTC+5), 02 Апреля 2013

Башҡортостанға Францияның Рәсәйҙәге илсеһе Жан де Глиниасти киләсәк

Эльвира Латипова
3 апрелдә Өфөгә Франция Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Жан де Глиниасти һәм уның ҡатыны визит менән килә, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән. Шулай уҡ Башҡортостан баш ҡалаһына Франция бизнесы вәкилдәре килеүе көтөлә.
Рәсми саралар 4 апрелгә билдәләнгән. Программала дипломаттың Башҡортостан етәкселеге менән осрашыуы ҡаралған. Шулай уҡ илсенең Өфө етәкселеге, Башҡорт дәүләт университетының роман-герман факультеты студенттары һәм уҡытыусылары, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуы планлаштырылған.
Дипломаттың ҡатыны – Катрин де Глиниасти өсөн дә айырым программа әҙерләнгән.
Бынан тыш, Францияның бизнес берләшмәләре вәкилдәре Башҡортостандан потенциаль партнерҙар менән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында һөйләшеүҙәр үткәрәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика