Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Март 2013, 11:05
Мәскәүҙә Рөстәм Хәмитов РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец менән осрашты
26 мартта Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Осрашыуҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу, уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу, мәғариф системаһына яңы стандарттар индереү мәсьәләләре тикшерелде.
Республикала баланы уллыҡҡа алған ғаиләләр өсөн әсәлек капиталы күләмендә (408 мең һум) бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән баланы уллыҡҡа алған осраҡта пособие күләме 508 мең һумға тиклем арта, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. Бынан тыш, Башҡортостанда етем балаларҙың торлаҡ мәсьәләләре эҙмә-эҙлекле хәл ителә – үткән йылда төбәктә 600-ҙән ашыу бала фатир алды.
Осрашыуҙа Башҡортостан Президенты аҙ комплектлы ауыл мәктәптәрен һаҡлап ҡалыу, балалар баҡсаларын төҙөү һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
бр президенты осрашыуҙары
Читайте нас