10:11 (UTC+5), 27 Марта 2013

Өфөлә депутаттар һәм юристар РФ Гражданлыҡ кодексын камиллаштырыу варианттарын өйрәнә

Людмила Терновая
Өфөлә «Гражданлыҡ ҡануниәтен яңыртыу һәм ҡулланыу тәжрибәһе» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Форумда Дәүләт Думаһы, төбәктең Дәүләт Йыйылышы депутаттары, башҡарма власть органдары вәкилдәре, юристар ҡатнаша. Көн дауамында сарала ҡатнашыусылар РФ Гражданлыҡ кодексының ҡайһы бер статьяларын ҡулланыу тәжрибәһен, Рәсәй юрисдикцияһы проблемаларын, кодексҡа индерелгән өҫтәмәләрҙе һәм уны яңыртыу мәсьәләләрен тикшерергә планлаштыра.
— Конференция темаһы бик мөһим, - тине Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин. – РФ Гражданлыҡ кодексына төҙәтмәләр индерелә. Ысынбарлыҡта был йөкмәткеһе яғынан яңы документ буласаҡ. Шуға күрә бындай фекер алышыуҙар әлеге ваҡытта илдең төрлө төбәктәрендә үткәрелә. Улар Гражданлыҡ кодексына индерелгән төҙәтмәләрҙе, йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алып, аҙағынаса эшләп еткереү маҡсатында ойошторола.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, Рәсәйҙә әлеге ваҡытта сәйәси хоҡуҡ системаһын реформалаштырыуҙың икенсе этабы бара.
— Тупланған тәжрибә башҡа хоҡуҡи институттар булып сағылыш таба. Был йәһәттән РФ Гражданлыҡ кодексы нормалары алдынғы урын биләй, - тине Башҡортостан парламенты спикеры. – Гражданлыҡ ҡануниәте өлкәһендә ярайһы уҡ ҙур тәжрибә тупланыҡ, хәҙер үткән юлыбыҙҙы барлайбыҙ. Ғәмәлдә ҡулланылған өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең икенсе этабы бара. Гражданлыҡ-хоҡуҡи институттарҙы үҙгәртәбеҙ. Тәҡдимдәребеҙ хоҡуҡи нормалар булып сағылыш табыр, тип ышанам.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика