04:58 (UTC+5), 22 Марта 2013

Республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыуға сығымдар 19 процентҡа артты

Ғәлиә Нәбиева
— 2012 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыуға сығымдар 19 процентҡа тиерлек артып, 33,7 миллиард һумға етте. Был республика бюджетының яҡынса дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында республика Хөкүмәтенең 2012 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһап.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлау системаһы ғүмер оҙонлоғон арттырыуҙа төп роль уйнай. Демография өлкәһендә был мөһим мәсьәлә булып тора. Төбәк башлығы хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта был күрһәткес республикала уртаса Рәсәй кимәленә тиң, әммә беҙгә Европа стандарттарына етеү мөһим.
Үткән йылда был йүнәлештә ҡайһы бер саралар күрелде. Туғыҙ муниципаль-ара медицина үҙәге эшләй башланы, тармаҡта төҙөлөп бөтмәгән объекттар күләме 40 проценттан ашыуыраҡҡа кәмене.
— Табиптарҙың уртаса эш хаҡы 53 процентҡа артып, 32,2 мең һумға етте. Был планлаштырылған күрһәткестәрҙән 19 процентҡа күберәк, - тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов ауыл ерендә кадрҙар етешмәү мәсьәләһен күтәрҙе.
— «Земство табибы» проекты ярҙамында ауыл дауаханаларында 600-ҙән ашыу йәш белгес эшләй башланы. Дөйөм алғанда, кадраҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе 2018 йылға тиклем хәл ителергә тейеш, - тигән бурыс ҡуйҙы Президент.
Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов медицина хеҙмәткәрҙәренең халыҡҡа булған мөнәсәбәтен иғтибарға алды.
— Һорау алыуҙа ҡатнашҡан республика халҡының ни бары 48 проценты, йәғни яртыһынан кәмерәге, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәт. Үҙгәрештәр тармаҡтың матди базаһын нығытыуға ғына ҡағылырға тейеш түгел, медицина хеҙмәткәрҙәре лә яңыса эшләй башларға тейеш, - тине төбәк башлығы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика