09:37 (UTC+5), 21 Марта 2013

Республика Президенты: «2012 йылдың төп ҡаҙанышы – 59 мең сабый тыуыуы»

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға республика Хөкүмәтенең 2012 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет тәҡдим итте. Йылға йомғаҡ яһау башҡарма власть башлығы менән парламентарийҙар араһында диалог форматында тәүгә үтте.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, башҡарма власть эшмәкәрлеге иҡтисади мөмкинлектәрҙе, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙе үҫтереүгә, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Башҡортостанда төп иҡтисади күрһәткестәрҙең үҫешен тьмин итеүгә, республика халҡының йәшәү кимәлен күтәреүгә өлгәшелде. Кешеләрҙең иртәгәһе көнгә ышанысы артты, һөҙөмтә булараҡ, демографик күрһәткестәр яҡшырҙы.
— Беҙҙең өсөн, тәү сиратта, республикала үткәрелгән дәүләт сәйәсәтенең төп демографик күрһәткестәргә – халыҡ һанына, тыуымға, ғүмер оҙонлоғона нисек тәҫьир итеүе мөһим, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Былтыр 59 мең сабый тыуған. 1991 йылдан алып был иң яҡшы күрһәткес. Халыҡтың тәбиғи артыуы 5600 кеше тәшкил итте.
— Халыҡ булһа – республика ла, ил дә буласаҡ, - тине Президент. – Һәм бының менән сикләнергә ярамай. Беҙҙең киләһе маҡсат – 60 мең сабый. 2013 йыл был йәһәттән яҡшы башлана, ҡайһы бер райондарҙа һәм ҡалаларҙа тыуым артыуы күҙәтелә.
Рөстәм Хәмитов балалар баҡсалары менән тәьмин итеү мәсьәләһенә лә туҡталды.
— Үткән йылда 25 яңы балалар баҡсаһы төҙөү, 33 бинаны реконсрукциялау һәм кире ҡайтарыу, мәктәпкәсә белем биреүҙең альтернатив формаларын индереү ярҙамында 14 меңдән ашыу урын булдырылды, - тине Президент.
Үткән йылдар менән сағыштырғанда, был ярайһы уҡ күберәк. Шулай итеп, 2008-2010 йылдарҙа 4800 урын булдырылғайны.
Республикала балалар баҡсаларын төҙөү дауам итәсәк.
— Быйыл балалар баҡсаларында йәнә 11 мең урын булдырыласаҡ. Был маҡсаттарға 2,3 миллиард һум аҡса бүленә. 2016 йылға 3-7 йәштәрҙәге сабыйҙар араһында балалар баҡсаларына сиратты тулыһынса бөтөрөргә кәрәк, - тине Башҡортостан Президенты.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика