07:22 (UTC+5), 21 Марта 2013

Рөстәм Хәмитов: «Урындағы власть бер юлы барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итә алмай»

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы ведомство-ара комиссияның беренсе ултырышында республиканың урындағы үҙидара органдарына ҡарата контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге алып барыу мәсьәләләре тикшерелде.
— Урындағы үҙидара органдарына ҡарата контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге алып барыу һөҙөмтәлелегенә анализ яһау беҙҙең төп бурыс булып тора, - тине Рөстәм Хәмитов.
— Үткән йылдың октябрендә муниципаль берәмектәрҙе тикшереү һөҙөмтәләренә анализ яһалды. Анализға ярашлы, урындағы үҙидара органдарына һигеҙ меңдән ашыу төрлө тикшереү сараһы тура килгән, - тип билдәләне төбәк башлығы. – Уларҙың яртыһы тиерлек яза биреү менән тамамланған. Урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һалынған штрафтар күләме туғыҙ миллион һумға тиерлек еткән.
Әммә, Президент иҫәпләүенсә, етешһеҙлектәрҙе теркәү һәм бының өсөн яза биреү түгел, ә аңлатыу эшмәкәрлеге алып барыу, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә булышлыҡ итеү өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып торорға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта урындағы яуапһыҙлыҡ менән килешергә ярамай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
— Урындағы үҙидара органдары функцияларының тулы кимәлдә финансланмауын беләһегеҙ. Вәкәләттәр, бурыстар – күп, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ресурстар һәм средстволар – әҙ. Был йәһәттән тейешле саралар күрелә, - тине Президент. – Күпселек осраҡта урындағы власть бер юлы барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итә алмай. Йылдар буйы йыйылып килгән проблемаларҙы ресурстарһыҙ хәл итеп булмай.
Ведомство-ара комиссия ултырышында кадраҙар мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Күп һанлы тикшереүҙәр, штраф һалыуҙар муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшкә дәртен һүндерә. Сағыштырмаса түбән эш хаҡы түләнгән шарттарҙа юғары талаптар ҡуйыу был өлкәләге эшмәкәрлектең абруйын төшөрә.
— Квалификациялы кадрҙарҙың ситкә китеүе, кадрҙар дефициты күҙәтелә. Мәсьәләне системалы хәл итеү зарур, - тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, контоль-күҙәтеү эшмәкәрлеге муниципалитеттарға йөкмәтелгән бурыстарҙың сифатлы үтәлешенә булышлыҡ итергә, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендәге хәлде яҡшыртыуҙа ярҙам күрһәтергә, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн шарттар булдырырға тейеш.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика