Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Март 2013, 17:07

Өфөлә Зайцев, Кокин һәм Саиди урамдары барлыҡҡа киләсәк

Өфө ҡалаһының Ленин һәм Октябрь райондарындағы яңы урамдарға билдәле сәйәси эшмәкәрҙәрҙең исемдәре биреләсәк. Бындай ҡарар Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышында ҡабул ителде.
Өфө ҡалаһы Ленин районының Затон-Көнсығыш биҫтәһендәге яңы урам Михаил Зайцев исемен йөрөтәсәк. Абдулла Саиди һәм Валерий Кокин урамдары Октябрь районы Нуғайлы ауылының 33-сө һәм 36-сы кварталдарында барлыҡҡа киләсәк.
Абдулла Саиди 1836 йылда Муллаҡай ауылында тыуған. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый. Уның тормошо һәм эшмәкәрлеге Муллаҡай мәҙрәсәһенә бәйле була. Был уҡыу йортонда ул замандың башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ интеллигенцияһы вәкилдәре, руханиҙар уҡыған.
Валерий Кокин Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитетының кесе оператив вәкиленән алып Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса Идаралығы начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үтә. РФ Президентының 2006 йылдың 9 майындағы Указы менән Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса Идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Рәсәйҙең дәүләт һәм ведомство наградаларына, миҙалдарға лайыҡ була.
Михаил Зайцев БР Дәүләт Йыйылышының тәүге рәйесе булараҡ билдәле. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеге барышында Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, Өфө хакимиәте башлығы вазифаларын башҡара. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостандың беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы булып һайлана.
Автор:Людмила Терновая
Читайте нас: