05:11 (UTC+5), 18 Марта 2013

Рөстәм Хәмитов Ишембай районында булды

Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ишембай районында булды.
Эш сәфәре сиктәрендә республика Президенты Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводында булды. Бында «Октифайн» маркаһындағы крекинг катализаторҙары етештереү буйынса комплекс эшләй. Уның ҡеүәте йылына 20 мең тонна тәшкил итә. Был нефть эшкәртеү процестарында ҡулланылған төп катализаторҙарҙың береһе булып тора. Ул Ишембайҙа етештерелә башлағанға тиклем, илдең барлыҡ нефть эшкәртеү предприятиелары Америкала етештерелгән катализаторҙар ҡулланған. Бөгөнгө көндә иһә Ишембай заводы Рәсәй һәм БДБ илдәре баҙарҙарын үҙенең продукты менән тулыһынса тәьмин итә ала.
Бындай уңыш көсөргәнешле хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора, тип иҫәпләй заводтың генераль директоры Александр Бодрый. Заводта катализаторҙарҙы һынап ҡарау һәм уларҙың химих-физик үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн заманса йыһазландырылған махсус үҙәк эшләй.
2012 йылда Ишембай заводында 328 миллион һумға продукция етештерелгән. Бөгөнгө көндә производство тулы ҡеүәтенә эшләмәй, тауар һатыу баҙарын киңәйтеү предприятиеның төп бурысы булып тора.
Рөстәм Хәмитов был продуктҡа авторлыҡ танытмаһы алыу буйынса эште тиҙләтергә тәҡдим итте.
«Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1985 йылда булдырылған. «Стәрлетамаҡ катализаторҙар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән бер рәттән ул Рәсәйҙә катализаторҙар етештереү буйынса иң ҙур компанияларҙың береһе - «КТН Групп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте составына инә.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика