Республика Хөкүмәте ултырышында 2012 йылда Башҡортостанды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә йомғаҡ яһалды. Ултырышта министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Башҡортостан парламенты депутаттары ҡатнашты. Сәйәси сараны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
— 2012 йылда беҙ яҡшы эшләнек. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тулайым төбәк продукты күләме биш процентҡа тиерлек артып, триллион һумлыҡ сикте үтте. Рәсәйҙә эске тулайым продукт үҫеше 3,5 процент тирәһе тәшкил итте, - тине Президент. – Республикала сәнәғәт производствоһы күләме 5,7 процентҡа артты, Рәсәй буйынса был күрһәкес 2,6 процентҡа тиң. Төп капиталға инвестициялар күләме 2012 йылда 8 процентҡа – 233 миллиард һумға тиклем артты. Сит илдәрәҙән инвестициялар күләме ике тапҡырға тиерлек – 600 миллион долларға тиклем артты.
Шул уҡ ваҡытта, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, йән башына иҫәптә инвестициялар күләме буйынса республика Волга буйы федераль округында әлегә урта позицияларҙы, йәғни 14 субъект араһынан етенсе урынды биләй.
— Ҙур һәм урта предприятиелар килеме 120 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте һәм был күрһәткес буйынса Башҡортостан сәнәғәтселәре үҙ һөҙөмтәләрен 15 процентҡа тиерлек арттырҙы. Шул уҡ ваҡытта 200-ҙән ашыу предприятие һөҙөмтәһеҙ эшләй, шуға күрә зыян ике тапҡырға артып, 20 миллиард һумдан ашты, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
Ултырышта шулай уҡ төҙөлөш тармағы мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республикала үткән йылда 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. 2011 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, был 10 процентҡа күберәк. Әлеге күрһәткес буйынса респубика Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Сафҡа индерелгән шәхси торлаҡ күләмдәре буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында өсөнсө урында килә.
Бынан тыш, республика башлығы агросәнәғәт комплесындағы хәлде анализланы, ҡоролоҡ эҙемтәләрен баһаланы.
— Аграрийҙар өсөн йыл ауыр булды, ҡоролоҡ арҡаһында сәсеүлектәрҙең 20 проценттан ашыуы һәләк булды. Быға ҡарамаҫтан, тулайым продукт күләме 100 миллиард һумдан ашты һәм беҙ ике миллион тоннаға яҡын иген йыйып алыуға өлгәштек, - тине Рөстәм Хәмитов.
Президент уртаса эш хаҡын арттырыу йәһәтенән уңыштар булыуын билдәләне.
— Медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу һәм башҡа күрелгән саралар халыҡ килемен яҡынса ете процентҡа - 19 меңдән (2011 йыл) 21,5 меңгә (2012 йыл) тиклем арттырырға мөмкинлек бирҙе.
Демографик хәлгә баһа биреп, Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ыңғай үҙгәрештәр булыуын билдәләне.
— Үткән йылда республикала 59 мең сабый тыуған, дүртенсе йыл рәттән халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә, - тине Президент.
Шуға күрә, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, алдағы йылдарға мәктәпкәсә белем биреү учрежениелары системаһын үҫтереү Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып ҡала. 2016 йылға 3-7 йәштәрҙәге сабыйҙар араһында балалар баҡсаларына сиратты тулыһынса бөтөрөү планлаштырыла.
Әйткәндәй, былтыр төрлө милек формаһындағы балалар баҡсаларында 14,5 мең урын булдырылды.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Улар етештереүселәр, сәнәғәт предприятиелары менән эшләүгә бәйле.
— Сәнәғәт предприятиелары менән эшләргә, улар йылдам үҫешһен өсөн шарттар булдырырға, тейешле закондар сығарыу базаһын формалаштырырға кәрәк, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.