06:40 (UTC+5), 07 Марта 2013

Зөһрә Рәхмәтуллина Нуриман районында балалар баҡсаһын асыу тантанаһында ҡатнашты

Ғәлиә Нәбиева
Нуриман районында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан яңы балалар баҡсаһын асыу тантанаһы үтте. 30 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Иҫке Бәҙәй мәктәбендә асылды. Тантаналы сарала Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтллина ҡатнашты.
— Иҫке Бәҙәй ауылында йәшәүсе йәш әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр өсөн был ваҡиға 8 Март байрамына иң ҡиммәтле бүләк булды, - тип билдәләне депутат, бәләкәстәргә уйынсыҡтар тапшырып. – Балалар өсөн бөтә шарттар булдырылған: заманса талаптарға яуап биргән, зауыҡ менән йыһаҙландырылған бүлмәләр, төрлө уйынсыҡтар, яҡшы тәрбиәселәр һәм, иң мөһиме, - яңы дуҫтар бар.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын асыу тантанаһы менән бергә ауыл халҡы «Уярны» мари байрамын да үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар алдында Ҙур Шиҙе ауылының «Весела сескем» балалар бейеү коллективы, Иҫке Бәҙәй ауылының «Чимари» мари халыҡ фольклор коллективы концерт номерҙары менән сығыш яһаны, шулай уҡ театрлаштырылған тамаша, төрлө уйындар, ярыштар ойошторолдо.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика