11:09 (UTC+5), 02 Марта 2013

Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Кореяның мәғариф буйынса дәүләт секретары менән осрашты

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Кореяның мәғариф буйынса дәүләт секретары Хван Дэ-Джун менән электрон белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
— Беҙҙә ҡайһы бер һөҙөмтәләр ҙә бар, әммә улар дөйөмләштерелмәгән. Шуға күрә әлеге этапта Башҡортостанда электрон белем биреүҙең маҡсаттарын һәм бурыстарын формалаштырыу һәм был өлкәне системалы үҫтереү талап ителә, - тине Рөстәм Хәмитов.
Көньяҡ Кореяның мәғариф буйынса дәүләт секретары ҡайһы бер күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта Өфө уҡыусылары электрон уҡытыу мөмкинлектәрен тулы кимәлдә файҙаланмай, - тине Хван Дэ-Джун. – Ете кешегә – бер компьютер. Унан да бигерәк, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың да компьютерҙары юҡ. Нигеҙҙә, мәктәп уҡыусылары компьютерҙарҙа информатика дәресе ваҡытында ғына шөғөлләнә, әммә унда ла традицион алымар буйынса белем бирелә. Уҡытыу программалары юҡ, булған хәлдә лә, улар тик шәхси инициатива буйынса ҡулланыла.
Хван Дэ-Джун фекеренсә, электрон белем биреү системаһын индереп, «аҡыллы» йәмғиәт төҙөгән ваҡытта мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары һәм сәнәғәт предприятиелары араһында бәйләнеш булдырыу мөһим. Бынан тыш, электрон белем биреүҙе киң йәйелдергән хәлдә, йәшәгән урынға ҡарамай, бөтә категория граждандар өсөн белем алыуыҙа кәртәләр булмаясаҡ. Сифатлы белем алыу мөмкинлегенә ҡалала йәшәүселәр ҙә, ауыл халҡы ла эйә буласаҡ, тип иҫәпләй дәүләт секретары.
Электрон университет эшмәкәрлегенең бөтә механизмдарын көйләү өсөн Хван Дэ-Джун пилот проекты булдырып, һөҙөмтәләргә даими күҙәтеү ойошторорға тәҡдим итте. Шул уҡ ваҡытта экспериментта ҡатнашасаҡ мәктәптәрҙе һәм юғары уҡыу йорттарын енетекле һайлап алырға кәрәк, артабан уларҙың тәжрибәһен ҡулланыу мөһим, тип билдәләне Көньяҡ Кореяның мәғариф буйынса дәүләт секретары.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика